Уҙған аҙнала республикала 148 янғын теркәлгән, уларҙа 3 кеше үлгән. Архангель, Благовар һәм Стәрлетамаҡ райондарында үлемесле янғындар була. Бейектән ҡолау осраҡтары артҡан, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Янғын иҫкәртеү ҡоромалары яңғыҙ йәшәүсе 55 йәштән өлкән граждандарға бирелә. Быға тиклем ҡоролмалар күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр йәшәгән йорттарға ҡуйылды.