Был турала Республика башлығы бөгөн Башҡортостан хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, рөхсәтһеҙ рәүештә пассажир ташыуҙы ойоштороу йыш ҡына кеше ғүмерҙәре өҙөлөүгә килтерә. Кисә генә Көньяҡ Урал-Магнитогорск трассаһының 153-сө километрында юл фажиғәһе теркәлә, «Лада Ларгус» автомобилендәге 7 пассажирҙың дүртәүһе һәләк була. Уларҙың өсәүһе Сибайҙан. Водитель пассажирҙарҙы «Бла-бла кар» сервисы аша йыйған була.
Радий Хәбиров легаль рәүештә эшләмәүселәргә ҡаршы көрәшергә, тәртип урынлаштырырға ҡушты. Юл фажиғәһендә һәләк булыусыларҙы ерләүҙе ойоштороуҙа Сибай ҡалаһы хакимиәте ярҙам күрһәтәсәк. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, автомобиль баштарына багажник ҡуйған пассажир ташыусы Ларгустарҙы ҡала камераларында ла күрергә мөмкин, улар Үҙәк баҙар, Өфө универмагы эргәһендәге майҙандарҙа тора.
Автор: Рәмзиә Кәримова.