Баш ҡаланың Ленин майҙанындағы шыршыны Италия белгестәре яҡтыртасаҡ

Баш ҡаланың Ленин майҙанындағы шыршыны Италия белгестәре яҡтыртасаҡ https://bash.news/news/111207_bash_alany_lenin_majanynday_shyrshyny_italiya_belgestre_yatyrtasa
02 дек 2019, 22:10

Улар Яңы йыл байрамының төп шыршыһын биҙәүгә тотондо ла инде. Бынан тыш, Европа оҫталары Өфөнөң тағы ла дүрт майҙанын яҡтыртасаҡ. Эш барышын БСТ каналының ижади төркөмө лә өйрәнде.

Париж, Стамбул, Мәскәү һәм Ҡазан... Был ҡалалар Италияның билдәле ут архитекторы Валерио Фестиҙың иллюминация проекттары менән биҙәлгән. Уларға ҡарап миллионлаған кеше һоҡланған. Өфөнөң дүрт майҙанында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында заманса биҙәлеш ҡулланыласаҡ.

Сандро Транкина, ут техникаһы компанияһы генераль директоры (Италия): “Беҙ тәҡдим иткән биҙәлеш формалары Италияның боронғо барокко стиленә тартым. Беҙҙең биҙәлештә ул яңы технология ярҙамында заманса төҫ аласаҡ һәм һуңғы быуын диодлы лампочкалар ҡулланыласаҡ”.

Дизайн-проектында шулай уҡ байрам шарҙары формаһында өс арҡа, «Карета» инсталляцияһы,боландар һәм ҡар бөртөктәре формаһында пластик конструркциялар диодлы лампочкалар менән яҡтыртыласаҡ. Күҙ яуын алырҙай сағыу төҫтәр һәм һырлы биҙәктәр Итальян белгестәре үҙ ҡорамалдарын яҡтыртылған заставаға тиңләй. Төбәктең биш нөктәһендә ҡуйыласаҡ ҡорамалдар ҡеүәте 750 киловатт тәшкил итә. Уларҙа150 мең лампочка ҡулланыласаҡ.

Марсель Байдәүләтов, Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе: “Был италия компанияһы донъя һәм ил буйлап киң билдәле. 2015 йылда Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларын биҙәгәндәр. Үткән йыл Ҡазанда эштәр башҡарғандар. Был эштәрҙе дауамлы ҡулланырға мөмкин”.

Төбәктә Яңы йыл байрамына 1634 урман һәм 148 яһалма шыршы ҡуйыласаҡ. Был хаҡта Радий Хәбировҡа һәр аҙна һайын үткәрелгән оператив кәңәшмә барышында хәбәр иттеләр. Беренсе тапҡыр туғыҙ ҡала үҙәгендәге төп майҙандарҙы пикселле ҡорамалдарҙан торған өҫтө диодлы уттар менән ябылған яһалма шыршылар ҙа биҙәйәсәк.

Бик иғтибарлы булырға, уларҙы һүтеү һәм һаҡлау дөрөҫ үтәлергә тейеш. Шыршыларҙы һәм ҡорамалдарҙы киләһе йылда ла ҡулланып ҡора алырлыҡ булһын. Улар бик ҡиммәтле.

Яңы йыл байрамының төп тамашалары, ғәҙәттәгесә, ҡала советы һәм Конгресс-холл алдында ойошторола. Иң бейек 32 метрлы пикселдәрле шыршы Салауат Юлаев майҙанын биҙәйәсәк.

Баш ҡаланың 4 Яңы йыл майҙансығы шыршыларында итальян ут архитекторы Валерио Фестиҙың иллюминация биҙәктәре ҡулланыласаҡ. Әлеге ваҡытта Ленин майҙанында яңы йыл иллюминациялары ҡорола. Уларҙы 8 декабрҙән тест форматында тоҡандырыу ҡарала.

Автор: Гүзәл Борханова.

Баш ҡаланың Ленин майҙанындағы шыршыны Италия белгестәре яҡтыртасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста