Федоровка районында тәүгә республика ҡаҙ өмәһе фестивале ойошторолдо

Федоровка районында тәүгә республика ҡаҙ өмәһе фестивале ойошторолдо https://bash.news/news/111208_fedorovka_rajonynda_tg_respublika_a_me_festivale_ojoshtoroldo
02 дек 2019, 22:11

Сараны ойоштороусылар уны киләсәктә төбәк брендына әйләндерергә иҫәп тота. Байрамды БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлдәриә Йосопова ла күҙәтте.

Ябай йорт ҡошо элек-электән төрлө халыҡтарҙың көнкүреше һәм ауыҙ-тел ижадында мөһим роль уйнаған. Федоровка районының төбәк бренды исеменә дәғүә иткән тәүге фестиваль дә ҡаҙ өмәһенә бәйле боронғо йолаларҙы тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны. Яңы Яуыш ауыл мәҙәниәт йортоноң фольклор коллективы, мәҫәлән, борон халҡыбыҙҙың ҡаҙ ҡанатынан һыбыҙғы эшләү оҫталығына эйә булыуын иҫкә төшөрҙө.

Фестиваль майҙанында төрлө милләт халыҡтарының үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары сығыштары бер-береһен алыштырып торҙо. Ҡатын-ҡыҙҙар милли кейемдәрҙә иңдәренә көйәнтәләр һалып шишмәгә ҡаҙ сайҡарға төштө. Яңырыу осоро кисерһә лә, боронғо йоланың төп ҡанундары үҙгәрмәй. Юлдаш ауылы ағинәйҙәре әйтеүенсә, йәш ғаилә татыу ғүмер кисерһен өсөн килен бирнәһендәге мендәрҙең дүрт мөйөшөнә ҡаҙ мамығынан суҡтар эшләү, тышына сағыу сәскәләр сигеү мотлаҡ. Йәғни, мендәр тултырыу йолаһы теүәл үтәлергә тейеш.

Фестиваль программаһы уйын-көлкөгә бай булды. Балалар ата-әсәһе үҫтергән ҡаҙҙарҙы етеҙлектә лә һынап ҡараны. Ойоштороусылар фекеренсә, күңелле ярыш киләсәктә «Терра Гусия» фестиваленең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелергә тейеш.

Тәүге ҡаҙ өмәһе фестивале республиканың 15-ләп районы, шулай уҡ Татарстан һәм Ижевскиҙан тармаҡ вәкилдәрен осраштырҙы. Улар бер тауыштан яңы фестивалдең район брендына әйләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булыуын билдәләне.

Федоровка районы һыу ятҡылыҡтарына бай төбәк. Башҡорт халҡының боронғо йырҙарҙа данланған Ашҡаҙар һәм Дим йылғалары ла ошонда башлана. Шуға ла Федоровка уңғандарының ҡаҙ үҫтереү өсөн иркен урыны һәм ҡаҙ өмәһе фестивален республика кимәленә сығарыу өсөн бөтә мөмкинлектәре лә бар.

Автор: Г.Йосопова.

Федоровка районында тәүгә республика ҡаҙ өмәһе фестивале ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста