Башҡортостанда автобустарҙың техник системалары һәм тәгәрмәстәре тикшерелә

Башҡортостанда автобустарҙың техник системалары һәм тәгәрмәстәре тикшерелә https://bash.news/news/111216_bashortostanda_avtobustary_texnik_sistemalary_m_tgrmstre_tiksherel
02 дек 2019, 23:24

Әле эш төп дәүләт пассажир ташыусыһы «Башавтотранс» ойошмаһына ҡараған автобус торошона баһа биреүҙән башланған. Был Байкал аръяғында теркәлгән фажиғәгә бәйле ойошторола. Йылға аша күперҙән осҡан автобуста 19 пассажирҙың ғүмере өҙөлдө, 21-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Төбәктәге күперҙәрҙең дә төҙөклөгөн тикшереү ҡаралған. Был юлдағы аварияларҙы алдан иҫкәртеү өсөн эшләнә. Бөгөн республика Хөкүмәтендә уҙған Транспорт сәғәтендә Башҡортостанда 11 ай эсендә юл-транспорт ваҡиғаларының 6, ә үлем осраҡтарының 18 процентҡа кәмеүе тураһында билдәләнде.

Тимур Мөхәмәтйәнов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Бөгөнгә Башҡортостанда юл фажиғәләрендә 422 кешенең ғүмере өҙөлгән. Аварияларҙы булдырмау өсөн беҙ үҙ сиратыбыҙҙа эш алып барабыҙ, водителдәр мотлаҡ 1 декабрҙән автомобилдәренең тәгәрмәсен ҡышҡыға алмаштырырға кәрәклеген онотмаһын”.

Водителдәрҙең аңһыҙлығы, юлдарҙы ҡышҡы хеҙмәтләндереүҙең тейешенсә алып барылмауы һәм билдәләр етмәүе бәхетһеҙ осраҡтарға алып килә тине, Башҡортостан башлығы. Өфө-Белорет трассаһында 500 тирәһе, ә төбәктә бөтәһе 50 меңдән ашыу юл билдәһе етмәй.

Термопласт билдә, фото һәм видеокүҙәтеү камераларын ҡуйыу юлдағы аварияларҙы иҫкәртеүҙең бер сараһы булып һанала. Термопласт менән төбәк һәм федераль кимәлдәге юлдар эшкәртелгән. Ә баш ҡаланың Дим биҫтәһендә, мәҫәлән, сентябрҙә үк йәйәүлеләр үткәүелендә билдә юйылып бөткән. Радий Хәбиров отчеттарҙың ысынбарлыҡҡа тап килмәүенә ишаралап, ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, райондарҙа ла юл билдәләре менән проблеманы хәл итергә ҡушты.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башҡортостанда автобустарҙың техник системалары һәм тәгәрмәстәре тикшерелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста