Башҡортостандан бер төркөм вахтасылар Алыҫ Көнсығышта забастовка иғлан иткән

Башҡортостандан бер төркөм вахтасылар Алыҫ Көнсығышта забастовка иғлан иткән https://bash.news/news/111217_bashortostandan_ber_trkm_vaxtasylar_aly_knsyyshta_zabastovka_ilan_itkn
02 дек 2019, 23:25

Вәғәҙәне өс йыл көтөргәме? Улар эшкә сығыуҙан баш тартып, башҡарылған хеҙмәт өсөн аҡса түләүҙе талап итә. Буш вәғәҙәләрҙән тамам арыған яҡташтарыбыҙ видеомөрәжәғәт яҙҙырып, эш менән тәьмин итеүсе предприятиеның намыҫһыҙ етәксеһен яуапҡа тарттырыуҙы һорай. Дәүләт проектында бил бөгөүсе вахтасылар проблемаһы менән БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов танышты.

Был видеомөрәжәғәт аша Мәләүездән Рәмил Азиханов ир-аттарҙы «быуат төҙөлөшө»ндә ҡатнашмаҫҡа саҡыра. Сөнки Приморье крайында сафҡа индерелгән суднолар комплексында бер нисә ай дауамына хеҙмәт хаҡы түләнмәй. Алдан килешеү буйынса, «Өфөнефтемаш» предприятиеһы ай һайын 80-100 мең һум түләргә тейеш була. Әммә билдәһеҙ сәбәп менән эш биреүсе биргән вәғәҙәһен үтәргә ашыҡмай.

Проблема хәл ителмәйенсә вахтасылар эшкә йөрөмәҫкә ҡарар иткән. Шунлыҡтан ашханала көсөргәнешле хәл дә килеп тыуған. Урындағы етәкселек забастовка иғлан итеүселәрҙе туҡландырыуҙан баш тартҡан. Яҡташтарыбыҙ әйтеүенсә, улар үҙҙәрен «аманат»ҡа алынған кеүек хис итә. Сөнки аҡсалары булмағас вахтасылар өйҙәренә лә ҡайта алмай.

Әлеге ваҡытта федераль әһәмиәттәге объект төҙөлөшөнә республиканан 400 самаһы кеше йәлеп ителгән. Уларҙың барыһы ла «Өфөнефтемаш» предприятиеһы аша эшкә килгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, компания етәкселеге вахтасылар менән хеҙмәт килешеүе төҙөмәгән. Шуға ла хеҙмәткәрҙәргә бөтөнләй аҡсаһыҙ ҡалыу ҡурҡынысы янай.

Компанияның Өфөләге етәксеһе иң тәүҙә Приморье крайындағы проблема менән таныш түгелмен, тине. Әммә ул һуңынан был хәбәрҙе мәғлүмәти ташландыҡ тип аҡланырға маташты.

Шулай ҙа һуңынан предприятие етәксеһе эш хаҡы буйынса проблеманың ысынлап та барлығын белдерҙе. Бының сәбәбен ул йыл аҙағы булыуын, шунлыҡтан ҡайһы бер документтарға ваҡытында ҡул ҡуйылмауы менән аңлатты. Әлеге ваҡытта мәсьәләне ыңғай хәл итеү өсөн тейешле саралар күрелә, бурыстар тулыһынса ҡапланасаҡ, тине йәмғиәт етәксеһе. Шуға ҡарамаҫтан, мөрәжәғәттәр буйынса республиканың хеҙмәт инспекцияһы тикшереү башлаған.

Вахтаға юлланған яҡташтарыбыҙ мәсәьәләнең яҡын арала хәл ителеренә ышана. Юғиһә, уларҙың күбеһенең ғаиләләре бар, шулай уҡ ипотека һәм кредит буйынса ла пенялар арта. Вахтасылар Яңы йылды бурысһыҙ, яҡшы кәйефтә ҡаршы алырға хыяллана.

Автор: И.Байбулатов

Башҡортостандан бер төркөм вахтасылар Алыҫ Көнсығышта забастовка иғлан иткән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста