Өфөнөң Ҡашҡаҙан күлендә һәләк булған балыҡтарға бәйле тикшереү эштәре башланды

Өфөнөң Ҡашҡаҙан күлендә һәләк булған балыҡтарға бәйле тикшереү эштәре башланды https://bash.news/news/111219_fn_ashaan_klend_lk_bulan_balytara_bjle_tikshere_eshtre_bashlandy
02 дек 2019, 23:27

Был хаҡта Балыҡсылыҡ буйынса күҙәтеү идаралығы хәбәр итә. Һыу ятҡылығының эргә-тирәһендә төҙөкләндереү эштәре башланыуға бәйле, күл октябрҙә ҡоротолғайны. Ул саҡта балыҡтар Өфө йылғаһына сығарылырға тейеш булған.

Өфөнөң Ҡашҡаҙан күлендә ҡырылған балыҡтар һаны йөҙҙәрсә һандар менән иҫәпләнә. Араларында эреләре лә, ваҡтары ла бар.

Беҙҙең ижади төркөм ваҡиға урынына килде. Әммә уҙған тәүлектә яуған ҡарҙан, көндәрҙең һыуыҡ булыуына боҙ тағы ла ныҡлап туңған. Шуға ла балыҡтарҙы тап итеп булманы.

Шулай ҙа интернет киңлектәрендә йәшен тиҙлегендәй таралған видеояҙма әлеге осраҡ барлығын дәлилләй. Ҡашҡаҙан күленең эргә-тирәһен төҙөкләндереү маҡсатында ул октябрҙә ҡоротола. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һыу ятҡылығындағы балыҡтар Өфө йылғаһына ебәрелгән

Әлеге осраҡ менән балыҡсылыҡ буйынса төбәк идаралығы вәкилдәре лә ҡыҙыҡһынған.

Людмила Скворцова, Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Урта Волга буйы идаралығы бүлеге етәксеһе урынбаҫары: “Ҡашҡаҙан күлендә теркәлгән хәлгә бәйле административ тикшереү эштәре башланды. Төҙөкләндереү сиктәрендә башҡарылған бар эштәр ҙә иҫәпкә алына. Уның һөҙөмтәһендә тейешле саралар ҡабул ителәсәк”.

Тикшереү бер айға тиклем дауам итеүе ихтимал. Ғәйеплеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Өфөнөң Ҡашҡаҙан күлендә һәләк булған балыҡтарға бәйле тикшереү эштәре башланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста