Сибайҙа йәшәүселәр парк буйлап табип менән йөрөй ала

Сибайҙа йәшәүселәр парк буйлап табип менән йөрөй ала https://bash.news/news/111220_sibaja_jshselr_park_bujlap_tabip_menn_jrj_ala
02 дек 2019, 23:27

«Табип менән йөрөү» программаһы ҡалала бер-нисә ай эшләп килә. Үҙәк ҡала дауаханаһы табиптарына сиратта ултырмай ғына бөтә борсоған һорауҙарҙы формаль булмаған шарттарҙа бирергә була.

Ҡалалағы Еңеү паркында аҙна һайын уҙғарылған акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Ҡала дауаханаһы баш табибы Радик Нәҙерғолов һәм уның командаһы социаль селтәр битттәрендә лә диалогтар өсөн һәр ваҡыт асыҡ. Етәксегә проблемалар тураһында яҙып уға яуап алыу мөмкинлеге бар. Сибай ҡалаһы медицина хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған эш һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күп мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Сибайҙа йәшәүселәр парк буйлап табип менән йөрөй ала

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста