65 йылдан һуң йәнә Вьетнам сәхнәһендә башҡорт бейеүҙәре

65 йылдан һуң йәнә Вьетнам сәхнәһендә башҡорт бейеүҙәре https://bash.news/news/111221_65_jyldan_u_jn_vetnam_sxnend_bashort_bejere
02 дек 2019, 23:28

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең көнсығыш илдәге гастролдәре дауам итә.

Бөгөн ижади төркөм Вьетнамдың Вунгтау ҡалаһында сығыш яһаны. Төбәк халҡы иғтибарына, ғәскәровсылар репертуарының «алтын коллекцияһына» ингән бейеү өлгөләрен тәҡдим итте.

Башҡортостан менән Вьетнам араһындағы дуҫлыҡ ептәре һәм хеҙмәттәшлек тамырҙары үткән быуаттың 50-cе йылдарына барып тоташа. Ғәскәровсылар Вьетнам республика булараҡ бойондороҡһоҙлоҡ яулағандан һуң, гастролгә килә. 7 ноябрҙән Яңы йылға тиклем ансамбль башҡорт мәҙәниәтенең сағыу өлгөләре тәшкил иткән бейеүҙәр менән сығыш яһай.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

65 йылдан һуң йәнә Вьетнам сәхнәһендә башҡорт бейеүҙәре

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста