Беренсе тапҡыр туғыҙ ҡала үҙәгендәге төп майҙандарҙы пикселле ҡорамалдарҙан торған, өҫтө диодлы уттар менән ябылған яһалма шыршылар биҙәйәсәк. Быйылғы Яңы йыл байрамының үҙенсәлекле яңылыҡтары ла бар.
Мәҫәлән, Өфөнөң Ленин исемендәге майҙандағы боҙ ҡаласығында итальян компанияһы эшләгән иллюминация паннолары ҡуйыла. Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Марсель Байдәүләтов.
Байрам осоронда баш ҡалала ҡыҙыҡлы саралар – бушлай концерттар, шыршы майҙансыҡтарында уйындар үтә. Совет майҙанынан Ҡунаҡһарайға тиклем – Ҡарһылыуҙар парады, Ҡашҡаҙан паркында ат егелгән саналар парады уҙа.