“Пестицидтар цивилизацияны юҡҡа сығара”

“Пестицидтар цивилизацияны юҡҡа сығара” https://bash.news/news/111267_pesticidtar_civilizaciyany_yua_syara
03 дек, 16:05

Бөгөн билдәләнгән пестицидтарға ҡаршы көрәш көнө ошондай девиз аҫтында үтә. Ғалимдар иҫбатлауынса, ҙур уңыш алыу өсөн ҡулланылған препараттар һыуға, тупраҡҡа, хайуандар һәм кешегә зарар килтерә. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенә пестицид һәм гербицидтар әйләнешен контролдә тотоу хоҡуғын ҡайтарыу – көнүҙәк мәсьәлә булып тора, ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова.

“Пестицидтар цивилизацияны юҡҡа сығара”

“Пестицидтар цивилизацияны юҡҡа сығара”

Башҡортостан депутаттары башланғысы Рәсәй Дәүләт Думаһына ебәрелгән. Федераль законға үҙгәрештәр индереү илдә бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуын туҡтатырға ярҙам итер, тип көтөлә. Эксперттар әйтеүенсә, быйыл Рәсәйҙә 3 миллиондан ашыу күс юҡҡа сыҡҡан.

Юлдаш
Новости партнеров
Афиши территория роста