Башҡортостан вахтасылары тыуған яҡтарына ҡайта

Башҡортостан вахтасылары тыуған яҡтарына ҡайта https://bash.news/news/111301_bashortostan_vaxtasylary_tyuan_yataryna_ajta
03 дек 2019, 22:52

Алыҫ Көнсығышта эшләүсе төҙөүселәргә хеҙмәт хаҡын түләмәүҙәре тирәләй ваҡиғалар ҡуйыра. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Яңылыҡтар» программаһында вахтасыларҙың видеомөрәжәғәте эфирға сыҡҡайны. Улар эш биреүсе ике ай инде хеҙмәт хаҡын тотҡарлауы тураһында хәбәр итте.

Шунлыҡтан республикаға ҡайтырға аҡсалары юҡ. Быға бәйле, эшселәр забастовка иғлан итте. «Өфөнефтемаш» предприятиеһы етәкселеге Яңы йылға тиклем хеҙмәткәрҙәр менән тулыһынса иҫәпләшергә ниәтләнеүҙәрен белдерҙе. Башҡортостандан 38 кеше самолетҡа билет алып бөгөн тыуған яҡтарын юлға сыҡты.

Руслан Ғәлиуллин, «Өфөнефтемаш» предприятиеһы директоры: “Хеҙмәт хаҡындағы тотҡарлыҡтарға «Өфөнефтемаш» предприятиеһының эске мәсьәләләре сәбәпсе. Аҡсалар тәү сиратта төп эшмәкәрлек йүнәлешен тәьмин итеү өсөн материалдар һатып алыуға кредит йөкләмәләрен ҡаплау өсөн тотонолдо. Быға бәйле, хеҙмәткәрҙәр алдында сентябрь-октябрь айҙары өсөн бурыс барлыҡҡа килде. Ике-өс аҙна эсендә предприятиеның финанс хәле тотороҡлана, хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстар менән иҫәпләшербеҙ. Мин был турала етәксеһе булараҡ рәсми белдерәм”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башҡортостан вахтасылары тыуған яҡтарына ҡайта

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста