Өфөлә үткән оҫталыҡ дәресенә илдең төрлө ҡалаларынан хирургтар йыйылды

Өфөлә үткән оҫталыҡ дәресенә илдең төрлө ҡалаларынан хирургтар йыйылды https://bash.news/news/111304_fl_tkn_otaly_dresen_ilde_trl_alalarynan_xirurgtar_jyjyldy
03 дек 2019, 22:57

Улар Өфөнөң кардиология үҙәгендә яһалған үҙенсәлекле операцияны күҙәтте. Әмәлиәтте яңы технологиялар ҡулланып Башҡортостан хирургтары башҡарҙы. Операцияны БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.

Операция өҫтәлендә 68 йәшлек ир. Уның ҡан баҫымы, холестерины һәм шәкәре юғары. Шул сәбәпле атеросклероз ауырыуы үҫешкән. Ул үҙ сиратында кеше тәненең иң мөһим тамырын – аортаны киңәйтә. Хирургтар ювелир дөрөҫлөк менән аорта эсендә барлыҡҡа килгән киң өлөштө юҡ итә.

Тимур Хафизов, республика кардиоүҙәге бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты: “Пациенттың ошо ерендә аневризм барлыҡҡа килгән. Бында күренмәй, сөнки унда ҡан ойошҡан. Ул 6 сантиметрға тиклем киңәйгән ине. Әлеге ваҡытта махсус ҡорамал ярҙамында протезды беркетәбеҙ”.

Республика кардиология үҙәге аневризм сиренә операцияларҙы 2012 йылдан алып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә 100 ашыу кешенең ғүмере ҡотҡарыла. Әммә был осраҡ үҙенсәлекле тип баһалай табиптар. Ошоға тиклем ауырыуҙың һуңғы осоронда ғына операция яһарға мөмкин була. Хәҙер иһә, заман ҡорамалдары сирҙең башланғыс этабында операция үткәрергә мөмкинлек бирә.

Әлеге ваҡытта Өфөлә бындай ҡатмарлы операция дүртенсе тапҡыр яһала. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Новосибирск һәм Кемерово ҡалаларынан кардиохирургтар йыйылды.

Аорта аневризмы кешелә һиҙҙермәйсә үҫешә. Ғәҙәттә, уны һуңғы осоронда ғына асыҡлайҙар. Яңы технологиялар күберәк пациенттарҙы дауаларға мөмкинлек бирәсәк. Ауырыуҙың йәшәү сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә.

Ирина Николаева, республика кардиология үҙәгенең баш табибы: “Семинар дәрестәрендә терапевт табиптарға аорта аневризмы барлыҡҡа килеү үҙенсәлектәре тураһында һөйләйбеҙ. Нәҡ терапевтың пациентта патологияны ҡатмарлашҡанға тиклем билдәләүе мөһим”.

Өлкән йәштәге кешеләр, гипертония, атеросклероз менән сирләүселәр, ауыр атлетика менән шөғөлләнгән спортсылар – хәүеф аҫтында. Табиптар йыл һайын тикшеренеүҙәр үтергә тәҡдим итә. Ваҡытында асыҡланмаған аневризм сире күңелһеҙ тамамланыуы ла ихтимал.

Автор:Әлфинә Килдейәрова.

Өфөлә үткән оҫталыҡ дәресенә илдең төрлө ҡалаларынан хирургтар йыйылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста