Өфөлә Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе хәйриә концерты ойошторҙо

Өфөлә Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе хәйриә концерты ойошторҙо https://bash.news/news/111305_fl_nariman_sabitov_isemendge_1se_balalar_muzyka_mktbe_xjri_koncerty_ojoshtoro
03 дек 2019, 22:58

30-сы тапҡыр үткәрелгән сара Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармония залында үтте. Сәхнәлә йәш таланттар сағыу сығыштарын күрһәтте, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаны. Ҡатнашыусыларҙың күбеһе йәш булыуға ҡарамаҫтан, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары булып танылып өлгөргә. Бынан тыш, тамашасылар алдында беренсе квинтет-ансамбль дә сығыш яһаны.

Мәликә Ғосманова, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы: “Конкурстарҙа ихлас ҡатнашам. Концертта «Минең былбылым» композицияһын башҡарҙым. Уны һайлау еңел булманы, ләкин уҡытыусым менән ошо композицияла туҡталдыҡ”.

Хәйриә концерты 1989 йылдан ойошторола. Саранан йыйылған аҡса балалар йортонда тәрбиәләнеүсе, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәләтле сабыйҙарға ярҙамға йүнәлтелә. Кисәлә музыка мәктәбенең талантлы уҡыусылары Башҡортостандың балалар фонды стипендияһына лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһында фонд етәксеһе Зөлфиә Әхмәтова ла ҡатнашты.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Өфөлә Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе хәйриә концерты ойошторҙо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста