Юлаевсылар, ниһайәт, еңде

Юлаевсылар, ниһайәт, еңде https://bash.news/news/111306_yulaevsylar_niajt_ede
03 дек 2019, 22:59

«Өфө-Арена»ға яҡташтарыбыҙ бер-бер артлы өс уйында еңелеп ҡайтҡайны. Кисә юлаевсылар көсөргәнешле матчта Финляндияның «Йокерит»ынан 2:3 иҫәбе менән отолдо.

Иҫәпте тәүге осорҙа уҡ ҡунаҡтар асты. Икенсе осорҙа «Салауат Юлаев» уйынсыһы Алексей Семенов ҡаршы команда ҡапҡаһына был миҙгелдә тәүге шайбаһын индерҙе. Әммә ахыр сиктә был осор ҙа «Йокерит» файҙаһына тамамланды. Уйындың 48-се минутында иҫәп тигеҙләнһә лә, матч тамамланырға ете минут ҡалғас йәнә ҡунаҡтар өҫкә сыҡты. Бөгөн Өфө хоккейсылары үҙ боҙонда Силәбенең «Трактор»ын ҡабул итте. Ниһайәт, еңеү беҙҙең яҡта – юлаевсылар 5:2 иҫәбенә тар-мар итте

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Юлаевсылар, ниһайәт, еңде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста