Яңы йыл байрамдарында суррогат һатыусылар менән «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары көрәшәсәк

Яңы йыл байрамдарында суррогат һатыусылар менән «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары көрәшәсәк https://bash.news/news/111312_yay_jyl_bajramdarynda_surrogat_atyusylar_menn_berm_rsj_partiyay_azalary_krshsk
03 дек 2019, 23:30

Шулай уҡ спиртлы эсемлек һатырға ярамаған көндәрҙә лә рейдтар уҙғарыу ҡарала. Яңы йыл каникулдарында алкоголь һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон байрамдарға тиклем ҡабул ителәсәк.

Был йөкләмәне республика етәксеһе, сәйәси партияның төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров бирҙе. Төбәктә алкоголһеҙ байрамдар уҙғарыу тәжрибәһе бар һәм ул һөҙөмтәле. Белем көнө, сығарылыш балдары, һабантуйҙар мәлендә енәйәтселек күпкә кәмегән. Байрам өҫтәлдәре урынына властар күләмле мәҙәни һәм спорт саралары ойоштороу тәҡдим итә.

Автор: Айнур Кәбиров.

Яңы йыл байрамдарында суррогат һатыусылар менән «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары көрәшәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста