Йылайыр районының Юлдыбай ауылында ғаилә мәҙәни үҙәге асылды

Йылайыр районының Юлдыбай ауылында ғаилә мәҙәни үҙәге асылды https://bash.news/news/111384_jylajyr_rajonyny_yuldybaj_auylynda_ail_mni_ge_asyldy/?lang=bash
04 дек 2019, 21:55

Ауыл халҡы өсөн яңы шарттар һәм мөмкинлектәр. Йылайыр районының Юлдыбай ауылы мәҙәниәт йорто реконструкциянан һуң, ғаилә мәҙәни үҙәге булып сафҡа инде. «Мәҙәниәт» федераль маҡсатлы программаһы гранты ярҙамында яңы һулыш алған бинаның мөмкинлектәре хаҡында киләһе репортажда.

Бер быуатлыҡ тарихы булған Юлдыбай ауылында дәртле, ихлас халыҡ йәшәй. Күп функциялы үҙәктең асылыуы ауыл халҡына ял минуттарын файҙалы итеп үткәреүгә мөмкинлек бирә. 1986 йылғы бина һуңғы йылдарҙа төҙөкләндереүҙе талап итә. Быйыл мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы, тәҙрәләре алмаштырыла, бүлмәләргә косметик ремонт эшләнә.

Хәҙер «Сатҡылар» өлгөлө балалар ансамбленә артабан да үҫешергә, яңы бейеүҙәр өйрәнергә бар шарттар тыуҙырылды. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, балетмейстер Сажида Моталлапова булдырылған хореография бүлмәһе тағы ла тырышып, һөҙөмтәле итеп эшләргә дәрт өҫтәйәсәк, тип белдерҙе.

Ғаилә мәҙәни усағында олоһо ла, кесеһе лә күңеленә ятҡан шөғөл таба ала. Йыһазландырылған театр бүлмәһе балаларҙың яратҡан бүлмәһенә әүерелгән дә инде.

Кескәйҙәр өсөн ял итеү бүлмәһендәге заманса уйын ҡоролмалары үҙенә йәлеп итә. Мәктәпкәсә белем учрежденияһына йөҙгә яҡын бала йөрөүөн иҫәпкә алғанда, был бүлмә һис кенә лә буш тормаҫ.

Үҙәктә физик яҡтан үҙ мөмкинлегенде һынап ҡарау һәм һаулығыңды нығытыу өсөн спорт ҡоролмалары – тренажерҙар, теннис, бильярд өҫтәлдәре бар.

Яңы мәҙәни үҙәк асылыуын ауыл халҡы көтөп алған. Бинаны төҙөкләндереүгә республика ҡаҙнаһынан ете миллион һум аҡса бүленгән. Киләсәктә үҙәк һис шикһеҙ башҡорт милли сәнғәтен, йолаларын һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индерер.

Мәҙәниәт учреждениеһын модернизациялау ғаиләң менән бер урында төрлө яҡтан үҫешергә – спорт оҫталығыңды һәм ижади һәләттәреңде асырға мөмкинлек бирер, күңел асыу саралары ла йәштәр ихтияжын ҡәнәғәтләндерер.

Автор: Әлфиә Хәмитова.

Йылайыр районының Юлдыбай ауылында ғаилә мәҙәни үҙәге асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!