Күгәрсен районының Үрге Мөрсәләй ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында әүҙем ҡатнаша

Күгәрсен районының Үрге Мөрсәләй ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында әүҙем ҡатнаша https://bash.news/news/111385_kgrsen_rajonyny_rge_mrslj_auyly_ajy_auyl_respublika_konkursynda_em_atnasha/?lang=bash
04 дек 2019, 21:55

Ошо көндәрҙә ауылда конкурс комиссияһы ағзалары, шул иҫәптән билдәле яҡташтар ҡатнашлығында айыҡ тормошто пропагандалаусы байрам сараһы уҙҙы.

Байрамда ауыл уңғандары аш-һыуға, йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтте. Ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә ауылдың күркәм кешеләре, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында йылы һүҙҙәр әйтелде, концерт программаһы тәҡдим ителде.

Яҡташтар осрашыуы ҡышҡы йәрминкә менән тамамланды. Унда Үрге Мөрсәләй уңғандары үҙҙәре үҫтергән һәм етештергән ҡош-ҡорт, аҙыҡ төрҙәрен тәҡдим итте. Араларында киләсәктә ҡаҙ үрсетеүҙе төп шөғөлгә әйләндерергә теләүселәр ҙә бар ине.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Күгәрсен районының Үрге Мөрсәләй ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында әүҙем ҡатнаша

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров