Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын 100 йыллыҡ юбилейы менән Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡотланы

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын 100 йыллыҡ юбилейы менән Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡотланы https://bash.news/news/111399_mzhit_afuri_isemendge_bashort_dlt_akademiya_drama_teatryn_100_jylly_yubilejy_menn_rsj_prezidenty_vladimir_putin_otlany/?lang=bash
04 дек 2019, 23:24

Республиканың төп дәүләт театры ижтимағи һәм мәҙәни-ағартыу үҙәгенә әйләнде. Ул Башҡортостан халыҡтарының бай тарихи һәм рухи ҡомартҡыларын һаҡлауға, илебеҙҙең күп милләтле мәҙәниәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә тиелгән Президент ҡотлауында. Рәсми телеграмма Кремлдең сайтында урынлаштырылған. Республикабыҙҙың төп театрының бер быуатлыҡ юбилейына арналған танатана бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙҙы. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.

1919 йылдың 4 декабре. Урал Әминев республикалағы мөһим хәбәрҙәр яҙылған гәзит тарата. Ә иң төп ваҡиға ул – әлбиттә, Стәрлетамаҡта беренсе башҡорт дәүләт драма театры асылыуы.

Ә бында халыҡ сиратҡа баҫҡан. Сәхнә аша ғына түгел, киносериалдар аша билдәле Айнур Ситдиҡов тамашасыларҙың аяҡ кейемен таҙартып ебәрә.

Драма театрының бер быуатлыҡ тарихын билдәләргә Ҡыйғы районынан да килеп еткәндәр.

Ә был мөйөштә фотоға төшәләр. Ул ваҡытта смартфондар проектта ла булмаған. Әммә был раритет та фоторәсемде шунда уҡ сығарып бирә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына килеп инеү менән бер быуат элекке мәҙәни донъяға эләгәһең.

Яңы бинала миҙгел Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» драмаһы менән асыла. Башҡорт, рус сит ил классикаһы, комедиялар һәм трагедиялар. Ул йылдарҙа халыҡ билеттар артынан оҙон сиратҡа баҫа. Ә спектаклдәрҙән һуң актерҙар улар ҡамауынан өйҙәренә ҡайтып китә алмай. Фидан Ғафаров сәхнәлә ярты быуаттан ашыу. Уның ижадына табыныусылар хәҙер элеккенән дә күберәк.

Театр ысын мәғәнәһендә утты ла һыуҙы ла кискән. 1994 йылда сәнғәт мәркәзен ҡыҙыл әтәс ялмай. Ете йылдан ғына әлеге сәхнәгә аяҡ баҫырға тура килә. Республиканың төп театры бинаһында реконструкция эштәре бара һәм ул киләһе йылдың мартына тиклем һуҙыласаҡ.

Театрҙы бер быуатлыҡ юбилейы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы һәм актерҙарға лайыҡлы эштәре өсөн наградалар тапшырҙы.

Һәр актерҙың шатлығын тамашасы дәррәү ҡул сабып уртаҡлашты. Яратҡан театрының 100 йыллыҡ тантанаһына килергә теләүселәр залда ултырыусыларға ҡарағанда, әлбиттә, күберәк булғандыр. Күптәр байрамды «Ҡурай» каналында тура трансляцияла күрә алды. Театр 101-се миҙгелендә тамашасыларҙы көтөп ҡала.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын 100 йыллыҡ юбилейы менән Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡотланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров