Ил президенты Владимир Путин Башҡорт академия драма театрын юбилейы менән ҡотланы

Ил президенты Владимир Путин Башҡорт академия драма театрын юбилейы менән ҡотланы https://bash.news/news/111408_il_prezidenty_vladimir_putin_bashort_akademiya_drama_teatryn_yubilejy_menn_otlany
05 дек, 10:00

Театр ойошторолоуға 100 йыл тулды. Башҡортостандың тәүге театры ҙур ижтимағи, мәғрифәт үҙәгенә әүерелде. Республика халыҡтырының бай тарихи, рухи мираҫын һаҡлап ҡалыуға, күп милләтле мәҙәниәт өлөшөнә ҙур өлөш индерҙе, тиелә президенттың ҡотлау телеграммаһында.

Ил президенты Владимир Путин Башҡорт академия драма театрын юбилейы менән ҡотланы

Театрҙың 100 йыллығы уңайынан тантана Өфөлә үтте. Унда республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты, театрҙы ҙур юбилей менән ҡотланы.

Ил президенты Владимир Путин Башҡорт академия драма театрын юбилейы менән ҡотланы

Башҡортостан етәксеһе театр хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне. Илсейәр Ғәзетдинова, Илдар Ғүмәров, Илдар Сәйетов Халыҡтар дуҫлығы ордены, Хөрмәтулла Үтәшев Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. “Театр – минең булмышым”, - ти актер Артур Ҡунаҡбаев. Уға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирелде.

Ил президенты Владимир Путин Башҡорт академия драма театрын юбилейы менән ҡотланы

Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнеүсе Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров әйтеүенсә, театр халыҡтарҙы берләштерә, дуҫлаштыра.

Ил президенты Владимир Путин Башҡорт академия драма театрын юбилейы менән ҡотланы

"Башҡортостанда фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн" билдәһенә композитор Урал Иҙелбаев һәм актриса Эльвира Юнысова лайыҡ булды. Башҡортостандың халыҡ артисы исеме Гөлнара Әмирова, Ирек Булатов, Алһыу Ғәлинаға бирелде.

Юлдаш
Новости партнеров