Башҡортостанда еңел сәнәғәт предприятиеларының ҡорамалдар алыуға киткән сығымдарын субсидиялау күҙаллана

Башҡортостанда еңел сәнәғәт предприятиеларының ҡорамалдар алыуға киткән сығымдарын субсидиялау күҙаллана https://bash.news/news/111485_bashortostanda_eel_snt_predpriyatielaryny_oramaldar_alyua_kitkn_syymdaryn_subsidiyalau_kallana/?lang=bash
05 дек 2019, 23:11

Дәүләт ярҙамы мөмкинлектәре бөгөн «Инвестиция сәғәте» форматында үткән кәңәшмәлә өйрәнелде.

Проектҡа ярашлы, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һатып алынған ҡорамалдарға 30, Башҡортостанда етештерелгәндәрен 50 процентҡа субсидиялау ҡарала. Был маҡсатҡа киләһе йылда ғына 50 миллион һум аҡса йүнәлтеү мөмкинлеге бар. Әле республиканың еңел сәнәғәт өлкәһе һүлпән үҫешә. Быға технологиялар, сеймал , эшсе көстәр етешмәүе һәм сит илдәрҙең арзан, сифатһыҙ продукцияһы сәбәпсе.

Республикала еңел сәнәғәт предприятиеларына сеймалға киткән сығымдарҙы субсидиялау программалары бар, әммә был ғына етмәй , тине Радий Хәбиров.

Автор: Айнур Кәбиров.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башҡортостанда еңел сәнәғәт предприятиеларының ҡорамалдар алыуға киткән сығымдарын субсидиялау күҙаллана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров