Күмертауҙа теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе 47 йәшлек ирҙең иҫерек булыуы асыҡланған

Күмертауҙа теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе 47 йәшлек ирҙең иҫерек булыуы асыҡланған https://bash.news/news/111487_kmertaua_terklgn_yultransport_vaiayna_sbpse_47_jshlek_ire_ierek_bulyuy_asylanan/?lang=bash
05 дек 2019, 23:17

30 ноябрҙә Күметау ҡалаһында «Лексус» автомобилендә ике бер туған ҡыҙҙы йәйәүлеләр өсөн тротуарҙа бәрҙергән водитель тиҙлекте арттырғаны өсөн ун тапҡырҙан ашыу административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Яҡынса тикшереүҙәр буйынса, Күмертауҙа теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе 47 йәшлек ирҙең иҫерек булыуы асыҡланған. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Ҡыҙҙар үҙ юлы менән атлап барған, ниндәй ҙә булһа хәүеф-хәтәр янауы тураһында башына ла индермәгән. Улар артынан уҡ Вокзал урамынан «Лексус» автомобиле елдерә. Ҡапыл ҙур тиҙлектә килгән автомобиль юлдың ҡаршы һыҙатына сыға һәм күҙ асып йомған арала тротуарға оса. Башта беренсе, һуңынан икенсе ҡыҙ баланы бәрҙерә.

Илфат Әлимбәков, Күмертау ҡалаһы буйынса юххди инспекторы: “Водитель ҙур тиҙлектә хәрәкәт иткән. Ошо йәйәүлеләр өсөн юлдан өс кеше килеп барған. Ул ике ҡыҙ баланы тапатҡан. Юл хәүефһеҙлеге хеҙмәте килеп водителде медицина тикшереүе үткәрергә дауаханаға алып килә. Анализдарҙан уның алкоголь ҡулланған икәнлеген күрһәтә”.

Водитель автомобилгә идара итеү һәләтен юғалта, руль артына алкоголь ҡулланғандан һуң ултырыу ҙа яҡшыға килтермәй. Медицина тикшереүе барышында уның рулгә эскән килеш идара итеүе асыҡланған. «Лексус» автомобиле тәгәрмәстәре аҫтында ҡалған ике ҡыҙ баланы ашығыс ярҙам машинаһы дауаханаға алып китә. Ҡыҙҙарҙың береһе тән йәрәхәттәре ала, ә уның 9 йәшлек апаһы Луиза реанимация бүлегенә эләгә.

Лариса Барышникова , Күмертау ҡала дауаханаһының баш табибы урынбаҫары: “Беҙҙең бүлеккә бала ауыр хәлдә килеп эләкте. Ҡыҙ ауыр тән йәрәхәттәре алған, ныҡ бәрелеүҙән шаңҡығайны.Әлеге ваҡытта хәле бер аҙ яҡшыра төштө. Уға санитар авиацияһы белгестәре консультация үткәрҙе. Диагнозына тәғәйен барлыҡ дауаларҙы ала”.

Әлеге ваҡытта бала ишетә, күрә һәм һөйләшә. Ҡыҙҙың әсәһе беҙҙең менән камераһыҙ ғына аралашырға ризалашты. Әсә өсөн иң мөһиме – балаһын тиҙерәк һауыҡтырып аяҡҡа баҫтырыу. Ҡатын әйтеүенсә, водитель ҡылған эше өсөн ғәфү үтенгән һәм ярҙам да тәҡдим иткән.

Әммә күпме генә көтһәк тә, беҙгә шылтыратыусы булманы. Беҙ Күмертау эшҡыуары Вадим Решетневтың тиҙлекте арттырғаны өсөн күп тапҡырҙар яуаплылыҡҡа тарттырылғаны хаҡында белдек. Әммә 30 ноябрҙә теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһына юғары тиҙлекме, эскелекме, автомобилдең техник торошо сәбәпсеме икәнен белгестәр асыҡлаясаҡ.

Күмертауҙа теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында бәлиғ булмаған баланы тапаған водителгә ҡарата суд тейешле ҡарар сығарасаҡ. Теүәл ун көндән водитель организмында наркотик һәм алкоголь мәтдәләрҙе асыҡлаған анализдар ҙа әҙер буласаҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Күмертауҙа теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе 47 йәшлек ирҙең иҫерек булыуы асыҡланған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»