Бөгөн Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө билдәләнә

Бөгөн Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө билдәләнә https://bash.news/news/111492_bgn_xalyara_irekmndr_kn_bildln
05 дек, 18:15

Фәнзил Мостафин Сибай ҡалаһы гимназияһында уҡый. Ул “Балапандар” төркөмө ағзаһы. "Балапандар" инвалидтар һәм ҡарттар йортонда әкиәттәр ҡуя, өлкән йәштәгеләрҙә ярҙам итә.

Бөгөн Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө билдәләнә

Саҡмағош егете Рөстәм Нәбиев Омск ҡалаһында казарма емерелеү арҡаһында зыян күргән һалдаттарҙың береһе. Ул аяҡтарын юғалтҡан. Бөгөн Рөстәм кешеләргә ярҙам итә. Социаль селтәрҙәрҙә махсус сәхифә алып бара.

Ирекмәндәр хәрәкәте төрлө һөнәр эйәләрен һәм төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштерә. Республикала ирекмән эҙәрмәндәр, экологтар, табиптар бар. Кешеләргә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ярҙам итә. Үҙенсәлекле проекттар күп. Мәҫәлән, Иглин районынан 17 йәшлек Руслан Хәбиров юғалған балаларҙы эҙләүҙә ҡатнаша.

Бөгөн Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө билдәләнә

Сәмсура Гордеева – “көмөш” ирекмәндәрҙең сағыу вәкиле. Тирә-яҡты таҙартыу акциялары ойоштора, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн остаз булып тора.

Бөгөн Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө билдәләнә

Башҡортостанда ирекмәндәр байтаҡ йүнәлештәр буйынса эшләй.

Юлдаш
Новости партнеров