9 декабрь – Ватан Геройҙары көнө

9 декабрь – Ватан Геройҙары көнө https://bash.news/news/111569_9_dekabr_vatan_gerojary_kn/?lang=bash
06 дек 2019, 22:51

Ошо уңайҙан бөгөн Өфөлә тантаналы йыйылыш үтте, белем усаҡтарында Рәсәй геройҙары ҡатнашлығында ҡаһарманлыҡ дәрестәре уҙҙы. Сарала ҡатнашыу өсөн баш ҡалаға Волга буйы федераль округы төбәктәренән 18 Рәсәй геройы килде. Ҡунаҡтарҙы Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Геройҙар менән беҙҙең БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла осрашты.

Кабинет урынына тамаша залы, ә уҡытыусы ролендә-Рәсәй геройы Рәис Мостафин. Өфөнөң 35-се белем биреү үҙәгендә ғәҙәти булмаған дәрес, батырлыҡ сәғәте. Балалар Төньяҡ Кавказдағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан Рәис Мостафин менән осраша. Ул Грозный ҡалаһындағы мәктәпте азат иткәндә хеҙмәттәштәрен ҡотҡарып үҙе пленға эләгә. Тентеү ваҡытында дошмандар Рәис Мостафиндың гранатаны йәшереп ҡалыуын абайламай. Ҡыйыу егет уны боевиктар өҫтөнә ырғыта һәм канализация люгы аша иреккә сығып һөжүмде дауам итә. Бина азат ителгәндән һуң полкташтары Рәис Мостафиндың тере ҡалыуына ышанмай ҙа тора. Ҡаһарманлығы өсөн егеткә Рәсәй Геройы исеме бирелә.

Күкрәктәрендә орден балҡыған хәрбиҙәр ҡатнашлығындағы ҡаһарманлыҡ дәрестәре бөгөн Өфөнөң тиҫтәнән ашыу белем усағында үтте. Хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан уҙамандар үҙҙәренең тормош юлы хаҡында һөйләне, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Волга буйы федераль округының төрлө төбәктәрендә йәшәгән 18 Рәсәй геройы Башҡортостанда байрамға арналған тантаналы йыйылышта ла ҡатнашты.

Ватан геройҙары көнө сағыштырмаса яңы байрам, был дата 2007 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы билдәләнә. Әммә уның тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа, 1769 йылдың тап 9 декабрендә Екатерина икенсе тарафынан изге Георгий ордены – иң юғары хәрби награда булдырыла, ул тыуған илдең именлеге өсөн йәнен-тәнен аямаған офицерҙар составына тапшырыла.

Тантаналы йыйылышта Республика башлығы белдереүенсә, Ватан геройҙары көнөн билдәләү, батырҙарҙы тәбрикләү бик мөһим. Улар йәш быуын өсөн илһөйәрлек, ҡыйыулыҡ өлгөһө. Әммә киләсәктә яу ҡаһармандарын түгел, тик хеҙмәт батырҙарын ғына тәбрикләргә яҙһын, тине Радий Фәрит улы.

Тантанала хәрби-патриотик тәрбиә эшен юғары кимәлдә алып барған Волга буйы федераль округы музейҙары бүләкләнде, улар араһында республиканың «Хәрби Дан» музейы ла бар. Башҡортостандың 4 муниципаль берәмеге йәш быуын менән әүҙем эшләгән, илһөйәрлек тойғоһо һалған өсөн билдәләп үтелде. Рәсәй геройҙары әйтеүенсә, был сара тәү сиратта йәш быуын өсөн кәрәк, улар тарихты белеп үҫергә тейеш.

Тыуған илдең именлеге өсөн йәнен-тәнен аямаған батырҙар күп. Башҡортостан халҡы ла ҡаһарман ул-ҡыҙҙары менән хаҡлы ғорурлана, улар хаҡында фильмдар төшөрөлә, дәреслектәр яҙыла, әҙәби әҫәрҙәр ижад ителә, һәйкәлдәр ҡуйыла. Әммә осрашып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү айырыуса иҫтәлекле. Ә геройҙарҙы ситтән эҙләргә кәрәкмәй, улар беҙҙең арала. Бары тик осрашыуҙарҙы байрам айҡанлы ғына түгел, даими ойоштороу шарт. Сөнки быуындар бәйләнеше, күсәгилешлек тап ошондай сараларҙан башлана.

Автор: Р.Кәримова.

9 декабрь – Ватан Геройҙары көнө

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!