Игорь Комаров менән Радий Хәбиров бөгөн Межгорье ҡалаһының «Пауза» театр студияһы менән осрашты

Игорь Комаров менән Радий Хәбиров бөгөн Межгорье ҡалаһының «Пауза» театр студияһы менән осрашты https://bash.news/news/111571_igor_komarov_menn_radij_xbirov_bgn_mezhgore_alayny_pauza_teatr_studiyay_menn_osrashty/?lang=bash
06 дек 2019, 22:52

Ижади коллектив күптән түгел «Волга буйы театрҙары» конкурсының «Мәктәп театры» номинацияһында еңеү яуланы. Яҡташтарыбыҙға оло еңеүҙе ялҡау Емеля тураһында әкиәт алып килгән, уҡыусылар ҡуйған спектакль тауыш биреү ваҡытында 89 балл йыя.

Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров сәхнә әҫәренең бик уңышлы һәм мауыҡтырғыс килеп сығыуын билдәләне. Уның фекеренсә, йәш актерҙарҙың уйыны ла, режиссерҙың сәхнәләштереүе лә оҡшаған.

Радий Хәбиров театр студияһына рәхмәт белдереп коллектив етәксеһенә «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирергә тәҡдим итте. Радий Фәрит улы уҡыусыларҙы Салауат Юлаев хоккей командаһының матчына ла саҡырҙы. Ижади коллектив режиссеры Елена Грибкова әйтеүенсә, бүләкләү тантанаһы 16 декабрҙә, Түбәнге Новгород ҡалаһында үтә, еңеүселәргә 200 мең һумлыҡ грант тапшырыласаҡ.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Игорь Комаров менән Радий Хәбиров бөгөн Межгорье ҡалаһының «Пауза» театр студияһы менән осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров