Иглин ауылында 260 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшө башланды

Иглин ауылында 260 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшө башланды https://bash.news/news/111577_iglin_auylynda_260_urynly_yay_balalar_basay_tlsh_bashlandy/?lang=bash
06 дек 2019, 22:59

Ике ҡатлы мәктәпкәсә учреждение «Йондоҙло» микрорайонына ҡараясаҡ. Әлегә билдәләнгән участкала ҡеүәтле техника ярҙамында ер эштәре башҡарыла. Объект 2021 йыл сафҡа инәсәк. Билдәле булыуынса, район үҙәгендә балалар баҡсаларына сират ҙур, дөйөм алғанда 1700-гә яҡын ғариза ҡабул ителгән.

Николай Самойленко, Иглин районы хакимиәте башлығы: “Киҫкен проблеманы хәл итеү маҡсатында районда балалар баҡсалары төҙөлөшө дауам итәсәк. План буйынса, тағы ла ике мәктәпкәсә учреждениеға нигеҙ һалынасаҡ. Яңы объекттар Иглин һәм Аҡбирҙе ауылдарында барлыҡҡа киләсәк”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Иглин ауылында 260 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшө башланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»