Бөрйән районында йыл аҙағына тиклем заманса өс фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ

Бөрйән районында йыл аҙағына тиклем заманса өс фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ https://bash.news/news/111579_brjn_rajonynda_jyl_aayna_tiklem_zamansa_s_feldsherakusherly_punkty_asylasa/?lang=bash
06 дек 2019, 23:00

«Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә Бөрйән районында ғына йыл аҙағына тиклем заманса өс фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа киләсәк. Яныбайҙа яңы ФАП ҡороуға тотоноғандар, ә Нәби ауылындағыһы тәүге пациенттарҙы ҡабул итә башлаған. Заманса модулле медицина ярҙамы күрһәтеү үҙәге уңайлыҡтарын БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.

Был яҡты, йылы һәм заманса бинаның хужабикәһе фельдшер Зәбиҙә Ибәтуллина. Ул өс тиҫтә йыл дауамында шәфҡәт туташы булып эшләгән. Былтыр фельдшер һөнәрен үҙләштереп, ҡулына сетификат алған. Тәжрибәле белгес ауылдаштарына ниндәй осраҡта ла сифатлы беренсе медицина ярҙамы күрһәтә аласаҡ.

Зәбиҙә Ибәтуллина, фельдшер: “Хөкүмәткә рәхмәт,иҫкиткес һәйбәт, уңайлы, заманса эшләнгән йылы фап ҡорғандарына. Үҙемә лә эшләүе рәхәт, халыҡ та иҫән-һау эшлә тип матур теләктәр әйтә”.

Иҫке ФАП авария хәлендә тип танылған. Нигеҙе туҙып бөткән бинала пациенттарҙы ҡабул итеү еңелдән булмаған. Икенсе ярҙа йәшәгәндәргә йылға аша фапҡа йөрөүе лә мәшәҡәт тыуҙырған. Яңы проектта бөтә уңайлыҡтар ҙа ҡаралған. Йылы һәм һалҡын һыу, пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн иркен бүлмәләр.

Фәилә Сәйтәшева, Нәби ауылында йәшәүсе: “Бөҙөң төкөлдә лә халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә ныҡлы иғтибар бүленә. Районда ғына өс яңы фап ҡоролоуына ифрат шатбыҙ. Ул уңайлы, матур һәм йылы”.

Бында беҙҙең шкафта тәүге ярҙам күрһәтә торған медикаметтар һәм ҡулайламалар, ә быныһы вакциналар өсөн һыуытҡыс

Йыл аҙағына төбәктә тағы ла ошондай 28 фельдшер-акушерлыҡ пункттары ҡороу күҙаллана.Тиҙҙән Нәби һәм Яуымбай ауылдарындағы фаптарға 800 мең һумлыҡ медицина ҡорамалдары ла ҡайтарыласаҡ.

Илмир Фәтҡуллин, Бөрйән районы үҙәк дауаханаһы баш табибы: “Был фап һигеҙ көн эсендә генә ҡоролдо. Киләһе аҙнала Яуымбай ауылындағыһы төҙлөп бөтәсәк”.

Заманса фельдшер-акушелыҡ пукнттары асылыу төпкөлдәрҙә медицина хеҙмәтләндереүен бер-нисә баҫҡысҡа юғары күтәреп, халыҡтың ғүмерен оҙайтыу мөмкинлеге бирәсәк. Декабрь аҙаҡтарында был фап-ты рәсми асасаҡтар. Ағиҙел йылғаһы аша һалынған яңы күперҙә ремонт эштәре тамамланыу алдында, уның аша арьяҡта йәшәгән халыҡ ФАП-ҡа еңел машиналарҙа килеп йөрөр тип күҙаллана.

Элекке ФАП ярҙың теге ярында урынлашҡан булған. Уның нигеҙең яҙлы-көҙлө ҡар һәм ямғыр һыуҙары йыуҙырған. ФАП-тың өлөштәрен кисеү аша сығарыу өсөн янғын һүндереү идаралығы, урман хужалығы бүлеге һәм ябай кешеләр техника менән ярҙам ҡулы һуҙған.

Автор: Гүзәл Борханова.

Бөрйән районында йыл аҙағына тиклем заманса өс фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров