Өфөлә республиканың экология һәм аграр мәсьәләләре ҡаралды

Өфөлә республиканың экология һәм аграр мәсьәләләре ҡаралды https://bash.news/news/111580_fl_respublikany_ekologiya_m_agrar_msllre_araldy/?lang=bash
06 дек 2019, 23:01

Өфөлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Экология, аграр мәсьәләләр, тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ҡарамағындағы эксперт советы ултырышы үтте. Ғалимдар, эшҡыуарҙар һәм депутаттар ҡатнашлығындағы кәңәшмә Башҡортостанда «Етештереүҙәге һәм ҡулланылыштағы ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү» проектын тормошҡа ашырыу тураһындағы законды Иглин районында килеп тыуған ҡатмарлы хәл өлгөһөндә ҡараны.

Иглин районында шыйыҡ тормош -көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыусы компания банкрот хәлендә. Шуға күрә лә шәхси һәм күп фатирлы йорттағы канализация соҡорҙары ташып халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Торлаҡ ширҡәте ағзалары үҙ көсө менән ҡалдыҡтарҙы сығарырға тырыша. Әммә яуаплы оператор көрсөккә тарығас, хаҡтар артҡан. Ғалимдар Иглин районында Һамар өлкәһенең Жигулевск ҡалаһында ҡулланылған заманса, мобиль һәм тиҙ йыйыла тораған канализация ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе ҡорамал ҡулланырға тәҡдим итә.

Руфина Шаһапова, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары: “Жигулевск миҫалын өлгө итеп алғанда бик яҡшы. Унда эшҡыуарҙар экологияны һаҡлау ярҙамында аҡса ла эшләй ала. Ғалимдар һәм эшҡыуарҙар ысулын Иглин районы хакимиәтенә тәҡдим иттек. Улар иртәгәнән ғалимдар һәм эшҡыуарҙар менән осрашасаҡ”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөлә республиканың экология һәм аграр мәсьәләләре ҡаралды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»