Өфөлә күләмле Рәсәй юридик форумы үтте

Өфөлә күләмле Рәсәй юридик форумы үтте https://bash.news/news/111598_fl_klmle_rsj_yuridik_forumy_tte/?lang=bash
07 дек 2019, 21:04

Хоҡуҡ һәм иҡтисад. Стратегик хеҙмәттәшлек. Сара Башҡортостанда юридик белем биреүҙең 70 йыллығына һәм юристар көнөнә арналды.

Абруйлы форумда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, Дәүләт Думаһы депутаттары, илдең билдәле уҡыу йорттары ректорҙары һәм башҡа билдәле шәхестәр ҡатнашты. Форумда билдәләнеүенсә, хоҡуҡ менән иҡтисад бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән. Йәғни, бөгөнгө замандың девизы булып - теркәү, инвестициялар йәлеп итеү һәм субсидиялар бүлеү тора.

Андрей Назаров фекеренсә, бизнеста эш урындары булдырыу, урындағы бюджетты һалым менән тулыландырыу табыш алыуҙан да мөһимерәк. Юристар менән иҡтисадсыларҙың стратегик хеҙмәттәшлеге үҫешкәндә генә уңышҡа өлгәшергә мөмкин тип билдәләнде форумда.

Форум сиктәрендә юридик темаға арналған интеллектуаль уйын да ойошторолдо, унда республика министрлыҡ-ведомстволары, уҡыу йорттары командалары хоҡуҡи нигеҙҙәр буйынса фекер алышты. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, һорауҙар бик ҡатмарлы, улар ҡануни системаға ла, финанс өлкәһенә лә ҡағыла. Беренсе урынға Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай командаһы лайыҡ булды.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Өфөлә күләмле Рәсәй юридик форумы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»