Өфөләге приютта йәш ҡыҙҙар араһында матурлыҡ конкурсы үтте

Өфөләге приютта йәш ҡыҙҙар араһында матурлыҡ конкурсы үтте https://bash.news/news/111605_flge_priyutta_jsh_yar_araynda_maturly_konkursy_tte/?lang=bash
07 дек 2019, 21:11

Төрлө сәбәп буйынса социаль приютта тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар үҙҙәрен гүзәллек бәйгеһендә һынай алды. Улар этикет, матур һөйләшеү, сәхнәлә сығыш яһау нескәлектәренә сентябрҙән бирле өйрәнгән.

Матурлыҡ нигеҙҙәре буйынса дәрестәрҙе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары алып барған. Ҡыҙҙар бер нисә ай эсендә ҡул эштәре буйынса түңәрәккә йөрөгән. Бөтә һәләттәрен улар конкурсҡа йомғаҡ кисәһендә күрһәтә алды.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфөләге приютта йәш ҡыҙҙар араһында матурлыҡ конкурсы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров