Туймазы районында урынлашҡан Серафимовка балалар йорт-интернатында осрашыу үтте

Туймазы районында урынлашҡан Серафимовка балалар йорт-интернатында осрашыу үтте https://bash.news/news/111606_tujmazy_rajonynda_urynlashan_serafimovka_balalar_jortinternatynda_osrashyu_tte/?lang=bash
07 дек 2019, 21:12

Тәүге тапҡыр ойошторолған сарала социаль учреждениела төрлө йылдарҙа тәрбиәләнгән егеттәр- ҡыҙҙар йыйылды. Уларҙы уртаҡ кисерештәр, ҙур бер ғаилә тойғоһо берләштерҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Жанна һәм Михаил Стереховтар Серафимовка балалар йорт-интернатында йәшәгән. 18 йәштәре тулып социаль учреждениенан сыҡҡас, йәштәр ғаилә ҡора. Михаил ашнаҡсы, ә хәләл ефете тегенсе һөнәренә эйә. Әлеге ваҡытта улар ике ҡыҙ үҫтерә.

Жанна һәм Михаил Стереховтар: “Балалар йорт-интернатынан сыҡҡандан һуң, Октябрьский ҡалаһындағы ҡарттар йортонда йәшәнек. Шунда туй үткәрҙек, дүрт йыл элек тәүге ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Икебеҙ ҙә эшләйбеҙ, үҙебеҙҙең фатирҙа йәшәйбеҙ. Беҙ бәхетле”.

Серафимовка балалар йорт-интернаты 52 йыл элек асыла. Социаль учреждениела ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар, инвалид һәм зиһен үҫеше тотҡарланған сабыйҙар йәшәй. Үҙенсәлекле балалар айырыуса тәрбиәгә мохтаж. Бында уларға тәүлек әйләнәһенә медицина һәм социаль ярҙам күрһәтелә.

Алмаз Низамиев, Серафимовка балалар йорт-интернаты директоры: “Балалар йорт-интернаты асылғандан алып тиҫтәләп егет-ҡыҙҙарҙы тәрбиәләп сығарҙы. Осрашыуға республиканың 20 стационар учреждениеларынан беҙҙең элекке тәрбиәселәр килде”.

Йорт-интернатта тәрбиәләнеүселәр тамашасыларға концерт номерҙары әҙерләгән. Уларҙың сағыу сығыштарын залда ултырыусылар йылы ҡабул итте. Осрашыу кисәһендә төрлө йылдарҙа эшләнгән фотоһүрәттәрҙе ҡунаҡтарҙы хәтирәләргә алып ҡайтты.

Әлеге ваҡытта Серафимовка балалар йорт-интернатында ике төркөм эшләй, йәмғеһе 300 яҡын бала тәрбиәләнә. Осрашыу кисәләрен үткәреү матур йолаға әйләнер, ти балалар йорто тәрбиәселәре.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Туймазы районында урынлашҡан Серафимовка балалар йорт-интернатында осрашыу үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров