Аталыҡ капиталы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Аталыҡ капиталы барлыҡҡа килеүе ихтимал https://bash.news/news/112022_ataly_kapitaly_barlya_kilee_ixtimal/?lang=bash
12 дек 2019, 21:58

Беренсе балаға пособие, икенсеһенә әсәлек капиталы, ә бына өсөнсө сабыйға социаль ярҙам ҡаралмаған. Статистика буйынса күп ғаиләләр ике бала менән сикләнә.

Аталыҡ капиталы парҙарҙы өсөнсө бала табыу тураһында уйланырға этәрәсәк, тиелде «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенең демография буйынса уҙғарылған дискуссияһында. Был турала федераль кимәлдә закон булдырыу өсөн республика парламентарийҙары тәҡдим менән сығырға ниәтләй.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, сәйәсмәндәр, ғалимдар һәм йәмәғәтселәр демографик хәл һәм уны яҡшыртыу юлдарын ҡараны. Шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрының әсәлек һәм балалыҡ буйынса урынбаҫары вазифаһын тергеҙеү кәрәклеге билдәләнде.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Аталыҡ капиталы барлыҡҡа килеүе ихтимал

БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»