Берҙәмлектә көс!

Берҙәмлектә көс! https://bash.news/news/112109_bermlekt_ks/?lang=bash
13 дек 2019, 22:53

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты йәмәғәт ойошмаһының урындағы етәкселәре өсөн стратегик сессия ойошторҙо.

Маҡсат ҡоролтай хәрәкәтен әүҙемләштереү, төбәк ойошмаларының эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү. Республиканың һәр район-ҡалаһында булдырылған ҡоролтайҙарҙың һәр береһенең үҙ төбәгенә хас эш алымдары, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары бар. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар проблемаларҙы уртаға һалып һөйләште, бурыстарҙы билдәләне. Яңауыл районынан Рафаил Яхин ҡоролтай хәрәкәтендә 20 йылдан ашыу эшләй. Өфөгә ул бай тәжрибәһе менән уртаҡлашырға ла килгән.

Осрашыу яңы форматта үтте, йәғни ҡатнашыусылар оҙайлы телмәр тотманы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, ҡоролтайҙар республика йәмәғәтселеген бер маҡсатта туплау йүнәлешендә әүҙем эш алып барырға тейеш.

Берҙәмлектә көс!

БСТ
Новости партнеров