Бөгөн – Башҡортостанда башҡорт теле көнө

Бөгөн – Башҡортостанда башҡорт теле көнө https://bash.news/news/112152_bgn_bashortostanda_bashort_tele_kn/?lang=bash
14 дек 2019, 23:13

Был дата республика башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы билдәләнә. Байрам сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола.

Тантаналы саралар халҡыбыҙҙың күренекле мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Артабан уның исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университетында республика асыҡ дәресе үткәрелде.

Дәресте Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте Йыл уҡытыусыһы-2019» төбәк-ара конкурсында еңеүсе Гөлшат Ғәбитова һәм билдәле видеоблогер Фидан Ҡолмөхәмәтов алып барҙы. Аудиторияла 80-гә яҡын ҡунаҡ, билдәле шәхестәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар һәм студенттар йыйылды. Меңдәрсә кеше дәрестең онлайн-трансляцияһын интернет аша күҙәтте.

Асыҡ дәрестең маҡсаты – башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны теләгән һәр кем өйрәнә ала икәнлеген күрһәтеү. Дәрес барышында тел үҙенсәлеге һәм уникаллеге ҡаралды. Башҡорт теле көнө Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнгәнгә, мәғрифәтсенең тарихта ҡалдырған мираҫы тураһында ла һүҙ барҙы. Байрам сиктәрендә мобиль ҡушымталар презентацияһы, концерт, уйындар һәм башҡа саралар ойошторолдо.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Бөгөн – Башҡортостанда башҡорт теле көнө

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет