Уллы мең илар, улһыҙ бер илар тиһәләр ҙә...

Уллы мең илар, улһыҙ бер илар тиһәләр ҙә... https://bash.news/news/112254_ully_me_ilar_uly_ber_ilar_tilr_/?lang=bash
17 дек 2019, 00:27

Флорида Исмәғилеваның күҙ йәштәре инде нисәнсе тапҡыр ҡойола. Ә күҙ алдында, Маша йәнһүрәтендәгеләй башына косынка бәйләгән мөләйем ҡыҙсыҡ. Тыумаған ҡыҙы. Ул хыялындағы сабыйҙы тормош иптәшенә оҡшата. Әммә бала тураһындағы уйҙары буй етмәҫлек хыял ғына булып ҡалған шул. Бер нисек тә йөклөлөккә уҙа алмағас 1999 йылда иптәше менән ЭКО эшләтергә Петербургка, ул саҡта әле Ленинград ҡалаһына юлланалар.

Әҙ генә өлгөрмәй ҡалдым, ти йырсы. Экстракорпораль аталандырыу процедуралары 2006 йылдан Өфөлә лә эшләнә башлай. Уға дәүләттән квоталар ҙа бүленә. Юҡ, эш хатта аҡсала ла түгел. Организмдың сабый тыуҙыра ала торған осоро инде үткән була. Репродуктив йәш ваҡыты ул самалы,ғына ти белгестәр.

Хәҙер бөтә донъяға билдәле ҡатынға ниндәй ҡатмарлыҡтар аша үтергә тура киләлер. Әммә ул 66 йәшендә әсә булған. Юҡ, һүҙ Алла Пугачева тураһында бармай. Румынияның Бухарест ҡалаһында йәшәүсе Адриана Илеску беренсе балаһын 66 йәшендә тапҡан.

Университет профессоры йәш сағында кейәүҙә була, әммә ире бала табыуға ҡаршы килгән. Тик ҡыҙына ул генетик әсә түгел, енси күҙәнәктәр башҡа ҡатындан.

ЭКО менән тыуған балалар һаны йылдан-йыл арта. Башҡортостанда быйыл 2025 ҡатын уның менән файҙаланһа, киләһе йылда квота 650-гә арттырыла. Тимәк, 3000 тирәһе гүзәл зат әсә булыу шатлығын кисерә аласаҡ, тигән һүҙ. Был маҡсатта өҫтәмә 83 миллион һум бүлеү ҡаралған. Бала тыуҙыра алһындар өсөн дәүләт күпме сығымдар түгә, ә шул ваҡытта беҙҙә үҙ теләге менән йөклөлөктө өҙөү һаны иҫ киткес.Был хаҡта төбәк етәксеһе:

Дәүләт йыйылышы ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә иң ҙур проблема тип Радий Фәрит улы демографияны билдәләне. Беҙ матди байлыҡ, карьера, аҡса эшләүгә әүрәп, әсәлек һәм аталыҡ бәхете тураһында онотоп киттек. Ҡиммәтле автомобиль, ҙур фатир, сит илдәргә сәйәхәт ҡылыу бала йылмайыуынан мөһимерәк була алмай. Был хәҡиҡәтте дәлилләп Радий Хәбиров залдағыларға видеоролик күрһәтте.

Видеороликтың нигеҙендәге эшкә урынлаша алмаған атай, аҡса еткерә алмау кеүек тормош ысынбарлығы күптәрҙе иларға мәжбүр итте. Парҙар тап матди яҡты уйлап ишле ғаилә булдырырға ашыҡмай. Сөнки торлаҡ һатып алыусыларға ғүмер буйы тиерлек ипотека түләргә тура килә. Ә ғаилә башлығы тапҡан ғына уны ҡаплай алмай.

Ипотека, кредит һәм башҡа социаль-иҡтисади хәл йылдан -йыл тыуымды кәметеүҙең төп проблемаһы булып һанала. Быйыл 9 ай эсендә 31654 бала донъяға килгән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 4 меңгә әҙерәк. Әле ике өс йыл элек кенә ул һан 60 мең ине. Был хәл тауҙан аҫҡа тәгәрәү менән бер.

Кескәй Эрнестҡа бирелгән пособие үҙенә туҡланыуға китеп тора. Балаға ашауҙан тыш дарыуы ла, башҡа кәрәк- яраҡтары ла талап ителә. Әсәй эшләмәй, ә атайҙың хеҙмәт хаҡы йәшәү минимумынан аҙ ғына юғары. Эрнестың йәш ярымы тулыу менән дәүләт ярҙамы ла туҡтатыла.

Әммә Яңы йыл Эрнестҡа, ата-әсәләренә лә яңы шатлыҡтар вәғәҙә итә.2020 йылдың ғинуарынан тәүге балаға ай һайын түләнә торған пособие өс йәшкә тиклем оҙайтыла. Быға тиклем дәүләт ярҙамы сабыйға йәш ярым тулғансы ғына түләнә ине. Ул ғына ла түгел, дәүләт ярҙамын алырға хоҡуҡлылар ҙа артасаҡ. Быға тиклем пособиены бер ярым йәшәү минимумы күләмендә килем алыусылар ғына алһа, йыл башынан ике йәшәү минимумы саҡлы хеҙмәт хаҡы алыусылар ҙа дәғүә итә ала. Йәғни пособие элек ғаилә килеме 42 меңдән артмаһа түләнә ине, хәҙер пособие килем 62 мең һумдан ашмаһа ҡарала. Үҙгәрештәр яңы тыуған балаларға ла, 18-се һәм 19-сы йылда тыуғандарға ла ҡағыла. Өҫтәүенә, уның күләме 600 һумға арта.

Әлбиттә, балалы ғаиләләргә дәүләт яғынан социаль ярҙам юҡ түгел бар.Әммә балаһыҙ ғаиләләр һаны ла кәмемәй. Ул 28 процент менән билдәләнгән. Түлһеҙлек арҡаһында ғына түгел, башҡа сәбәптәрҙән сабый һөйөргә теләмәүселәр бар. Был хәрәкәт челдфри тигән беҙҙең өсөн ят һүҙ менән йөрөтөлә.

Демографик соҡорҙар быға тиклем дә булған. Башҡортостанда тыуымдың иң юғары сағы уҙған быуаттың 60-сы йылдарына тура килә. Республикала 113 мең бала донъяға килгән! Һәм 73-се йылға аяҡ баҫҡанда ул ҡырҡа кәмей. 63 мең генә сабый донъяға килеүе власть органдарын хафаға һала һәм был мәсьәләне хәл итеү юлдары ҡарала. Мәскәүҙән һуң илдә беҙҙең республикала беренселәрҙән булып демография буйынса комиссия төҙөлә.

Ундай комиссия әле лә бар. Башҡортостанда демография һорауҙарын хәл итеү менән республика парламенты эшсе төркөмө ойошторолдо, инде күптән . Ултырыштар үткәрелеп тора.Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрәҙәре, сәйәсмәндәр, ғалимдар һәм йәмәғәтселәр демографик хәл һәм уны яҡшыртыу юлдарын дискуссия форматында ҡараны. Был турала федераль кимәлдә закон булдырыу өсөн республика парламентарийҙары тәҡдим менән сығырға ниәтләй. Беренсе балаға пособие, икенсеһенә әсәлек капиталы, ә бына өсөнсө сабыйға социаль ярҙам ҡаралмаған. Статистика буйынса күп ғаиләләр ике бала менән сикләнә. Аталыҡ капиталы парҙарҙы өсөнсө бала табыу тураһында уйланырға этәрәсәк, тиелде «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенең демография буйынса уҙғарылған дискуссияһында. Был турала федераль кимәлдә закон булдырыу өсөн республика парламентарийҙары тәҡдим менән сығырға ниәтләй.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың 27-29 йәшендә генә тәүге йөклөлөккә уҙыуы, ир-егеттәрҙең иртә үлеме һәм башҡа сәбәптәр ҙә демографик күрһәткескә кире тәьҫир итә ти белгестәр. Баланы һуң таба башлағас ғаиләлә сабыйҙар бер икәүҙән артмай. Элек табиптар үтә йәш ҡыҙҙарҙың йөклөлөккә уҙыуын хафаланып ҡабул итһә, хәҙер киреһенсә.

Ғафури районы Үзбәк ауылында йәшәүсе ғаилә бер-бер артлы бала табып уларҙы бишәүгә еткергән. Ә торорға урындары юҡ. Сөнки 1951 йылда һалынған өй авария хәлендә. Хәкимовтар пособиеға ғына йәшәй, ғаилә башлығы инвалид.

Мөғжизәме, мәрхәмәтле кешеләрҙең изгелегеме - ғаиләгә бер эшҡыуар Туймазы районының Ҡандры Ҡотой ауылында урынлашҡан ике ҡатлы коттедж бүләк итте. Әммә бындай ярҙам миллионға бер генә була. Нисек кенә булмаһын, тап ошондай ишле ғаиләләр иҫәбенә демографик хәл бөтөнләй үк киҫкен хәлгә төшөп китмәй.

Ә Рифҡәт Әсҡәт улы белдереүенсә, Башҡортостан территорияһы һәм халыҡ һанын алып ҡарағанда бер квадрат саҡырымға 28 кеше тура килә һәм ул әҙ түгел.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Уллы мең илар, улһыҙ бер илар тиһәләр ҙә...

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров