«Госстрой» компаниялар төркөмө һала башлаған йорттарҙы «Баҡса ҡулсаһы» компаниялар төркөмө төҙөп бөтәсәк

«Госстрой» компаниялар төркөмө һала башлаған йорттарҙы «Баҡса ҡулсаһы» компаниялар төркөмө төҙөп бөтәсәк https://bash.news/news/112800_gosstroj_kompaniyalar_trkm_ala_bashlaan_jorttary_basa_ulsay_kompaniyalar_trkm_tp_btsk/?lang=bash

Был хаҡта бөгөн Хөкүмәт йортонда уҙған «Төҙөлөш сәғәте»ндә билдәле булды. Һүҙ Өфөләге 7 проект - «Белая река», «Мәскәү», «Эрмитаж» торлаҡ комплекстары тураһында бара. Был йорттарҙа алдан килешелгән ваҡытҡа төҙөлөш тамамланмаған.

Баҡса ҡулсаһы компанияһы ике меңдән ашыу өлөшсөләрҙең проблемаһын 2021 йыл аҙағынаса хәл итергә вәғәҙәләй. Эш киләһе йылдың мартында башланыр тип күҙаллана. Эш «Госстрой»ға банкротлыҡ процедураһы үткәрмәй генә һәм өлөшсөләр менән килешеүҙәрҙе үҙгәртмәй генә алып барыласаҡ. Был өлөшсөләр алдында бурысты тиҙерәк үтәргә ярҙам итеп, төҙөлөштө тиҙерәк тамамларға булышлыҡ итәсәк. «Баҡса ҡулсаһы» төҙөлөш баҙарында 2003 йылдан бирле билдәле.

Сергей Колунов, «Баҡса ҡулсаһы» компаниялар төркөмө советы рәйесе: “Беҙ объекттарҙы төҙөү тәртибен булдырҙыҡ. Ғинуарҙа уны йәмәғәтселеккә сығарырбыҙ. Юл картаһы бар. Мартта төҙөлөштө башлайбыҙ, ике йыл эсендә йорттарҙы файҙаланыуға тапшырып бөтөү күҙаллана”.

Белореттағы «Морат» тау саңғыһы комплексы ял итеүселәрҙе йыл әйләнәһенә ҡабул итәсәк. Төҙөлөш сәғәтендә уның яңы проекты тәҡдим ителде. Курортта трассаларҙы арттырыу, 1200 кешене һыйҙырышлы ҡунаҡ йорттары төҙөү, яр буйы, асыҡ бассейн, ресторандар булыр тип күҙаллана. Шулай уҡ юл һалыу, һыу, газ һәм электр үткәреү планлаштырылған. Проектты финанслау һәм башҡа мәсьәләләрҙе киләһе йылдың ғинуар аҙағынаса хәл итергә ҡушылды.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

«Госстрой» компаниялар төркөмө һала башлаған йорттарҙы «Баҡса ҡулсаһы» компаниялар төркөмө төҙөп бөтәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров