Башҡортостан башлығы үткәргән тематик сәғәттәр илдә иң яҡшы төбәк практикаһы тип танылды

Башҡортостан башлығы үткәргән тематик сәғәттәр илдә иң яҡшы төбәк практикаһы тип танылды https://bash.news/news/112997_bashortostan_bashlyy_tkrgn_tematik_sttr_ild_i_yashy_tbk_praktikay_tip_tanyldy/?lang=bash
25 дек 2019, 21:00

Халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуҙа иң ҡулай идара итеү алымдарын асыҡлауға йүнәлтелгән премияны тапшырыу тантанаһы Мәскәүҙә үтте. Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко белдереүенсә, был конкурс төбәктәр аныҡ социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡуллана алырлыҡ эш тәжрибәһен бер урынға туплай.

Радий Хәбиров инде йылдан ашыу Республика Хөкүмәтендә төҙөлөш, транспорт, инвестициялар, мәғариф, медицина, ҡала мөхите һәм туризмды үҫтереү буйынса тематик сәғәттәр уҙғара. Был кәңәшмәләр иғтибарҙы көнүҙәк мәсьәләләргә йүнәлтеү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын табыу мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, төҙөлөш сәғәттәрендә өлөшләтә төҙөлөштә алданыусы меңдән ашыу кешенең хоҡуҡтарын тергеҙеү һәм 11 йортто проблемалылар исемлегенән сығарыуға ирешелгән.

Инвестиция сәғәттәрендә республикаға 360 миллиард һум инвестиция йәлеп итеү һәм 23 мең ярымдан ашыу яңы эш урыны булдырыуҙы күҙаллаған 153 проект ҡаралған.

Башҡортостан башлығы үткәргән тематик сәғәттәр илдә иң яҡшы төбәк практикаһы тип танылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров