Ленара Иванова ялған хаттар буйынса прокуратураға мөрәжәғәт итергә йыйыныуын белдерҙе

Ленара Иванова ялған хаттар буйынса прокуратураға мөрәжәғәт итергә йыйыныуын белдерҙе https://bash.news/news/113000_lenara_ivanova_yalan_xattar_bujynsa_prokuraturaa_mrzht_iterg_jyjynyuyn_beldere/?lang=bash
25 дек 2019, 23:36

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова шулай уҡ социаль селтәрҙә таратылған ялған хаттар буйынса прокуратураға мөрәжәғәт итергә ниәтләүен дә белдерҙе.

Вице-премьер әйтеүенсә, эшҡыуарҙарға уның исеменән хәйриә ярҙамы һорап яҙған хаттар ебәрелгән. Мөрәжәғәт менән бергә торлаҡ төҙөкләндереү өсөн тотоноласаҡ сығымдарҙың сметаһы ла бар, унда 60 мең һум күрһәтелгән. Әммә хатты иғтибар менән уҡығанда хаталар күҙгә ташлана. Текст Башҡортостан Хөкүмәте бланкыда түгел, Өфө ҡалаһы хакимиәтендекендә баҫылған. Вазифа ла дөрөҫ күрһәтелмәгән.

Ленара Иванова, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: “Беҙҙең эшҡыуарҙарға, предприятие етәкселәренә теге йәки был проектта ҡатнашыуҙы һорап мөрәжәғәт иткәнебеҙ бар. Әммә был мөрәжәғәтте минең тәүгә күреүем, уға ҡул ҡуйғаным булманы. Шуға хатты алыусыларҙың ялған хәбәргә ышанмауын һәм мәғлүмәтле иғтибарлап ҡарауын теләр инем. Үҙем был осраҡҡа асыҡлыҡ индереү өсөн прокуратураға мөрәжәғәт итергә йыйынам”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Ленара Иванова ялған хаттар буйынса прокуратураға мөрәжәғәт итергә йыйыныуын белдерҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров