Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сигендә марганец рудаһын ташыу өсөн тимер юл участкаһы асылды

Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сигендә марганец рудаһын ташыу өсөн тимер юл участкаһы асылды https://bash.news/news/113151_bashortostan_m_silbe_lke_sigend_marganecz_rudayn_tashyu_sn_timer_yul_uchastkay_asyldy/?lang=bash
27 дек 2019, 23:10

Ошо тәңгәлдә «Башминералресурс» предприятиеһы эзбизташ етештереүҙә тыуған экологик проблеманы хәл итте. Күлтүбә ятҡылығында руданың барлығы уҙған быуаттың 40-сы йылдарынан билдәле. Бөгөн ул илдә гипс, марганец эзбизташын сығарыуҙа махсуслашҡан берҙән-бер карьер һанала. Төҙөлөш һәм металлургия сәнәғәтендә киң файҙаланылған сеймал ваҡытында автотранспорт менән ташылған. Урында йәшәүселәр араһында ул йыш ҡына ризаһыҙлыҡ тыуҙырған.

Айрат Сабиров, «Башминералресурс» компанияһы хеҙмәткәре: “Тимер юлында сеймал етештереү өсөн махсус участканың булдырылыуы урындағы халыҡты саң күтәрелеүҙән арындырҙы. Руда ташыуҙағы мәсьәләләр ҙә ыңғай хәл ителде. Автотранспортҡа тейәп, урау юл менән предприятиеларға ташыуҙар артта ҡалды”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сигендә марганец рудаһын ташыу өсөн тимер юл участкаһы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров