Быйыл Башҡортостан башлығы халыҡ менән 141 тапҡыр осрашҡан

Быйыл Башҡортостан башлығы халыҡ менән 141 тапҡыр осрашҡан https://bash.news/news/113172_byjyl_bashortostan_bashlyy_xaly_menn_141_tapyr_osrashan/?lang=bash
28 дек 2019, 20:47

Башҡортостан башлығы быйыл 96 эш сәфәре менән 43 ҡала-районда булып, 403 объект менән яҡындан танышҡан. Халыҡ менән 141 тапҡыр осрашҡан.

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. Башҡортостан юлдаш каналында «Республика LIVE #дома» тапшырыуының 103 сығарылышы эфирҙа күрһәтелгән. Ҡатмарлы урындарҙа, атап әйткәндә, Сибайҙа- 6, Өфөлә - 29, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта икешәр тапҡыр булған.

Радий Хәбиров шулай уҡ әлегә барып өлгөрмәгән төбәктәрҙә йәшәүселәрҙән ғәфү лә үтенгән. “Эш сәфәрҙәренә исем өсөн түгел, ә проблемаларҙы хәл итергә йөрөйөм. Яңы йыл байрамдарында бер-ике көн ял иткәндән һуң тағы ла алға, райондарға", тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Автор: Илдар Байбулатов.

Быйыл Башҡортостан башлығы халыҡ менән 141 тапҡыр осрашҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров