Радий Хәбиров эш сәфәре менән Туймазы ҡалаһында булды

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Туймазы ҡалаһында булды https://bash.news/news/113173_radij_xbirov_esh_sfre_menn_tujmazy_alaynda_buldy/?lang=bash
28 дек 2019, 20:48

Эш сәфәрҙәренең исемлеге бөгөн тағы берәүгә артты. Радий Хәбиров был төбәктә икенсе тапҡыр, шуға күрә уны бирелгән күрһәтмәләрҙең үтәлешен тикшереү, башҡарылған эштәрҙе ҡабул итеү тип әйтергә мөмкин. Туймазыларҙың уңыштары һәм эш сәфәре барышында күтәрелгән проблемалар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ихатала торған был техника бәләкәй бер предприятие һымаҡ, ул сәғәтенә 40 тонна эре габаритлы ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү ҡеүәтенә эйә. Операторҙар әйтеүенсә, заманса техника эш сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. Ә «Экология Т» төбәк операторының хеҙмәтләндереү зонаһы ҙур, предприятие дүрт ҡала, ун райондан көнкүреш ҡалдыҡтары сығара, был биләмәлә ярты миллиондан ашыу халыҡ йәшәй. Көн һайын линияға 40 берәмек техника сыға, өс мең тоннанан ашыу сүп-сар йыйыла.

Туймазы табиптары иһә яңы йылда яңы поликлиникала эш башлай. Ҡалала балалар өсөн өс ҡатлы иркен медицина учреждениеһы сафҡа индерелә. Әлегә тиклем табиптар иҫке бинала эшләгән, корпустар ҡаланың төрлө мөйөштәрендә урынлашҡан.

Яңы объектты төҙөүгә һәм йыһазландырыуға 336 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Поликлиникала заманса ҡоролмалар ҡуйылған, табиптарға ҡытлыҡ юҡ. Быйыл ғына туғыҙ педиатр эшкә килгән. Табиптар әйтеүенсә, бында Туймазылар ғына түгел күрше тирә райондар ҙа хеҙмәтләндерелә.Радий Хәбиров яңы йылдың тәүге эш көнөндә үк кескәй пациенттарҙы ҡабул итә башларға ҡушты.

Туймазы тимер юл вокзалы ла яңы һулыш кисерә. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән объектта комплекслы ремонт үткәрелгән. Хәҙер бында яҡты, таҙа, матур. Киләсәктә автовокзалды ремонтлау ҙа талап ителә. Вокзал алды биләмәһе лә хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй. Радий Хәбиров төҙөкләндереү өсөн мөмкинлектәрҙе ҡарарға ҡушты. Хужалар әйтеүенсә, пассажирҙар был транспорт төрҙәре менән әүҙем файҙалана.

Туймазы-арена иһә балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп тора. Төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алған спорт мәктәбендә 800-гә яҡын бала шөғөлләнә. Хоккей түңәрәгендәге йәш спортсыларҙың һаны ғына йөҙҙән ашыу. Республика башлығы хоккейсыларға кәрәк-яраҡтар алыу 2 миллион 350 һумлыҡ сертификат тапшырҙы.

Әммә универсаль боҙ комплексы әле спорт менән шөғөлләнергә теләгән барлыҡ балаларҙы һыйҙыра алмай. Туймазылар яңы обьект төҙөргә кәрәк тигән фекерҙә. Радий Хәбиров был ниәтте хупланы.

Туймазыла белем усаҡтары, балалар баҡсалары ла төҙөлә. Социаль обьекттар төҙөлөшө башлыҡ сәғәтендә ҡаралды. Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, халыҡты борсоған башҡа проблемалар ҙа хәл ителә, улар күберәк юлдар, һыу тәьминәте менән бәйле.

Был Башҡортостан башлығының Туймазы районына икенсе эш сәфәре. Уны бирелгән күрһәтмәләрҙе ҡабул итеү башҡарылған эштәрҙе тикшереү тип әйтергә мөмкин. Мәҫәлән тәүгеһендә туймазылар төбәктәең бер нисә ауылында эсәр һыу проблемаһының киҫкен тороуын белдергәйне. Әле мәсьәлә хәл ителеү алдында һыу үткәргестәре һалынып бөтөп бара

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Туймазы ҡалаһында булды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров