Өфөлә онкология диспансерының паллиатив бүлегендә Яңы йыл концерты ойошторолдо

Өфөлә онкология диспансерының паллиатив бүлегендә Яңы йыл концерты ойошторолдо https://bash.news/news/113179_fl_onkologiya_dispanseryny_palliativ_blegend_yay_jyl_koncerty_ojoshtoroldo/?lang=bash
28 дек 2019, 20:55

Һутлы мандариндар, йылы пледтар һәм байрам концерты. Республика клиник онкология диспансерының паллиатив бүлегендә дауаланыусы пациенттарҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән тәбрикләнеләр.

Байрам концертын сәнғәт училищеһының музыка бүлеге, педагогия университеты студенттары әҙерләгән. Паллиатив бүлек пациенттары алдында опера йырсыһы Резеда Әминева ла сығыш яһаны. Сара һуңында хосписта медицина ярҙамы алыусыларға мандариндар һәм йылы пледтар тапшырылды.

Радмила Һорнашева, «Өфө хосписы» коммерция булмаған автономиялы медицина ойошмаһы башҡарма директоры: “Беҙ паллиатив бүлектең өлкән быуын пациенттары хаҡында даими хәстәрлек күреп, байрам көндәрендә дауахана ысынбарлығынан тыш, өйҙәге кеүек йылылыҡ, иғтибар бүлергә тейешбеҙ. Был пациенттар беҙҙең хоспистың төп дауаланыусылары бит”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөлә онкология диспансерының паллиатив бүлегендә Яңы йыл концерты ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров