Башҡортостандың спорт йыһаздары донъяны яулай

Башҡортостандың спорт йыһаздары донъяны яулай https://bash.news/news/113277_bashortostandy_sport_jyazdary_donyany_yaulaj/?lang=bash
30 дек 2019, 22:56

Белорет районында урынлашҡан предприятиены ябай ауыл егете Азат Вилданов асып ебәргән. Бөгөн ул ете тиҫтә кешегә эш урындары булдырып, фитнес-клуб, тренажер залы, реабилитация үҙәктәре һәм өйҙә, асыҡ һауала спорт менән шөғөлләнеү өсөн спорт инвентәрҙәре етештерә. Киләсәктә ул производствоны тағы ла киңәйтеп, хеҙмәткәрҙәр һанын арттырыға ниәтләй. Ауыл йүнселе менән БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.

Сермән ауылындағы элекке буш бинала бер минутҡа ла эш тынмай. Тәүге бүләмәлә иретеп-йәбештереү, икенсеһендә буяу, ә өсөнсө урында ҡорау эштәре. Предприятиеның асылыуын урындағы халыҡ оло шатлыҡ менән көтөп алған. Сөнки ауылда эш булмағас күп кенә ир-аттар ваҡытында ситкә йөрөп ғаиләләрен туйындырырға мәжбүр булған.

Предприятие бөгөн 70 кешене эш урындары менән тәьмин иткән. Хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе урындағы ауыл кешеләре. Улар бөгөн өйҙә һәм асыҡ һауала спорт менән шөғөлләнеү өсөн 500-ҙән ашыу спорт инвентәре етештерә. Пауэрлифтинг ҡорамалдарын һәм мускулдар өсөн тренажерҙарҙы айырыуса финтес үҙәктәр ҙур теләк менән һатып ала.

Һуңғы йылда предприятиеның тауар әйләнеше 100 миллион һумдан ашып киткән. Сермәндә етештерелгән ҡорамалар тәү сиратта үҙенең сифатлы булыуы менән һатып алыусыларҙың иғтибарын йәлеп итә. Шуға ла йылдан-йыл Башҡортостан заводы менән хеҙмәттәшлек итергә теләүселәр арта бара.

Был кәсепте Азат Вилданов биш йыл элек үҙенең ике дуҫы менән башлап ебәргән. Күптәр тәүҙә предприятиеның эшләп китеренә ышанмай. Хатта, асылыр ҙа ябылыр, тигән фекерҙәр ҙә ишетелә. Әммә ҙур хыялдар менән янып торған йәш етәксе барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сыға. Бөгөн ул ауыл ерендә донъя кимәлдәге эшҡыуарлыҡты уңышлы алып бара.

2020 йылда йәш етәксе етештереү ҡеүәттәрен тағы ла киңәйтергә йыйына. Бының өсөн ул өҫтәмә заказдар алыу өсөн, «Башҡорт ихатаһы» программаһында ҡатнашырға ниәтләй. Балалар майҙансыҡтарын әҙерләй башлау менән тағы ла 30 кеше эш урындары менән тәьмин ителәсәк.

Автор: И.Байбулатов.

Башҡортостандың спорт йыһаздары донъяны яулай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров