Йыл һайлауы

Йыл һайлауы https://bash.news/news/113286_jyl_ajlauy/?lang=bash
31 дек 2019, 02:05

Йылдың төп сәйәси ваҡиғаһы – һайлау. Быйыл Башҡортостан халҡы республика башлығын һайлап Радий Хәбировты вазифаһын башҡарыусы ҡушымтаһынан азат итте.

Республика Башлығы вазифаһына һигеҙ кандидат дәғүә иткәйне. Улар «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Радий Хәбиров, «Коммунистарҙан» Юнир Ҡотлоғужин, «Либерал-демократтар»ҙан Иван Сухарев, «Гражданлыҡ көсө» сәйәси партияһынан Владимир Барабаш, «Яблоко» партияһынан Зөлфиә Ғайсина, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән Юрий Игнатьев, «Рәсәй патриоттары»нан Рәфис Ҡадиров, «Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн» партияһынан блогер Владимир Кобзев.

Һөҙөмтәлә Радий Фәрит улы өсөн республикала һайлау хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 82,02 проценты тауыш бирҙе. Был бер миллион ете йөҙ туҡһан меңдән ашыу кеше тигән һүҙ. Икенсе баҫҡыста «Коммунистарҙан» Юнир Ҡотлоғужин, ул – 6,89 процент йыйҙы.

«Либерал-демократтар»ҙан Иван Сухарев өсөн һайлаусыларҙың 4,53 проценты ышаныс белдерһә, ҡалған кандидаттар 1,53 проценттан күберәк тауыш алманы. Шулай итеп, Радий Хәбиров вазифа башҡарыусы статусынан арынды. Уның ҡарауы, был ҡушымтаға хөкүмәт ағзалары эйә булды.

Әйткәндәй, инаугурация ла быйыл тантаналы пафостан ситләште. Ҡотлау, тәбрикләү телмәрҙәре урынына- үҫеш стратегияһы билдәләнде

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Йыл һайлауы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров