Республикала инвестициялар 15 процентҡа үҫкән

Республикала инвестициялар 15 процентҡа үҫкән https://bash.news/news/113287_respublikala_investiciyalar_15_procenta_kn/?lang=bash
31 дек 2019, 02:06

Иҡтисадтағы драйв быйыл уҡ көслө булды. Инвестициялар 15 процентҡа үҫкән. Һуңғы йылдарҙа был күрһәткес юҡ кимәлендә ине. Тәүге ярты йыллыҡта ғына инвестициялар күләме 106 миллиард һумға еткән. Ил төбәктәренең милли рейтингында беҙ үткән йыл 23 урында булһаҡ, быйыл 16 -сы баҫҡысҡа күтәрелдек. Тап ошо күрһәткестәр төбәк иҡтисадының ҡеүәтен билдәләй ҙә инде. Эш урындары, хеҙмәт хаҡы, район, ҡала һәм ауылдарҙың үҫеш нигеҙе, ҡаҙна тулылығы.

Иң эре инвестиция проекттарын ғына телгә алғанда ла, «Газпром нефтехим Салауат»та газ эшкәртеү комплексы, шул уҡ Салауатта углеводородлы газ эшкәртеү ҡоролмаларының, Стәрлетамаҡ районындағы күп ҡатламлы ҡаптар етештереү заводы, Әбйәлилдәге яңы «Ласселсбергер» керамик плиталар эшләү производствоһы, шунда уҡ «Рус баҡыр компанияһы»ның яңы карьерҙары, Урал тау байыҡтырыу комбинатының Юбилейный һәм Учалылағы күләмле проекттарын атап үтергә мөмкин.

Августа Рәсәйҙәге иң эре Подольск карьерына нигеҙ һалынды. Унда йәлеп ителгән инвестициялар ғына 50 миллиард һум тәшкил итәсәк. Республика, район ҡаҙнаһы был проекттан ниндәй килем аласаҡ? Карьер ни тиклем ҙур булыр һәм ул яҡын тирәләге ауыл халҡына нимә менән янай? БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.

Етенсе тиҫтәһен ваҡлаған Хәлиҙә Аҡҡужинаның иҫкергән йорт-ҡураһына ҡарап эсе боша. Донъяны төҙөкләндереп, кешесә матур итеп йәшәге килә. Әммә ремонтҡа киткән сығымдарҙың елгә осоуы ихтимал. Подольскта үткән быуаттан алып шахта төҙөлә, ауыл күсерелә тигән хәбәр йөрөй. Ғүмер сумаҙан өҫтөндә үтте, ти Хәлиҙә ханым.

Ниһайәт, йылдар дауамында борсоған билдәһеҙлеккә сик ҡуйылды. Хәҙер ысынлап та, сумаҙандарҙы төйнәй башларға мөмкин. Подольск ятҡылыҡтарын эшкәртеүгә нигеҙ һалынды. Әлбиттә, был күсенеү әле үк башлана тигәнде аңлатмай, шахта төҙөү оҙайлы процесс, тау-капиталь объекттарын сафҡа индереүгә генә 5-6 йыл талап ителә, эшкәртеү башланғас тәүҙә көнсығыш биләмә, артабан Подольск урынлашҡан үҙәк зона үҙләштереләсәк. Ә 1 мең 100 кеше йәшәгән 366 йортлоҡ ауыл тормошонда яңы бит асыла.

Подольск ауылының ошо ерҙәр менән бәйле тормошо тарихта ҡала, әле йорттар ултырған, кешеләр донъя көткән биләмә киләсәктә оло бер рудникка әүерелә. Ә халыҡ яңы урында яңы тормош башлай. Ауылдың географик адресы ла билдәле, йорттар быға тиклем Маҡан биләмәһенә ҡараған ерҙәрҙә төҙөләсәк. Мәғдән, баҡыр, көкөрт, колчедан ятҡылыҡтарына бай Таналыҡ буйҙарында иһә күләмле инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.

«Урал тау-металлургия компанияһы» объектҡа миллиардтарса һум инвестиция һала. Хәйбулла ерлегендәге рудник Рәсәйҙә иң ҙуры буласаҡ. Подольск ятҡылыҡтарындағы файҙалы ҡаҙылмалар запасы 40-50 йылға етер тип көтөлә. Был үҙ сиратында район бюджетына килем, халыҡҡа эш урындары тигән һүҙ.

Республикала тормошҡа ашырылған тағы бер күләмле проект – «Алға» махсус иҡтисади зонаһын булдырыу. Ул Стәрлетамаҡ-Ишембай-Салауат агломерацияһының үҫешенә этәргес яһарға тейеш. Ишембайҙар әйтеүенсә, яңы предприятиелар асыла башлаған да инде. Әле үк төбәктә тиҫтәнән ашыу резидент эш башлаған.

Киләсәктә ошондай уҡ иҡтисади зонаны Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә асыу ҡаралған. Радий Хәбиров йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдереүенсә, яңы быуатты 100 инновация проекты менән башларға бурыслыбыҙ.

Ғәмәлдәге проекттарҙың һөҙөмтәлелеге күтәрелә, «Промүҙәк» индустриаль паркы һуңғы 4 йылда ғына төбәк ҡаҙнаһын 1 миллиард һумға тулыландырған. Унда меңдән ашыу эш урыны асылған, киләсәктә парктың майҙанын тағы 10 мең квадрат метрға арттырыу күҙалланған. Тимәк, инвесторҙар йәлеп итеүҙе тағы ла йәнләндереү шарт. Ә шарттар бар.

Иҡтисади күрһәткестәр ҡоро һандар ғына түгел, һәр төбәктең үҫеше матди тотороҡлоҡҡа бәйле. Инвестициялар йәлеп итеү, яңы предприятиелар асыу эш урындарын да, төбәк ҡаҙнаһына килемде лә арттыра. Ә был аҡсалар үҙ сиратында социаль объекттар, хеҙмәт хаҡы булып әйләнеп ҡайта. Хәйбулланан Аҡҡужиндар ғаиләһенең дә киләсәктә оло ҡапҡаны асып инеп яңы йортта бәхетле ҡартлыҡ кисереренә өмөт ҙур.

Автор: Р. Кәримова.

Республикала инвестициялар 15 процентҡа үҫкән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров