Быйыл республикала 28 фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлдө

Быйыл республикала 28 фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлдө https://bash.news/news/113291_byjyl_respublikala_28_feldsherakusherly_punkttary_tld/?lang=bash
31 дек 2019, 02:12

Быйыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһе яңы транспорт менән байытылды. Ашығыс ярҙам хеҙмәтенең техника паркы күпкә яңырҙы. Төпкөлдәрҙә оло кешеләрҙе һәм мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе үҙәк дауаханаларға йөрөтөү өсөн махсус транспорт һатып алынды. Медицинаны халыҡҡа яҡынайтыу маҡсатында райондарға сәләмәтлек поездары йөрөй башланы. Мобиль фаптар һатып алынды.

Ғөмүмән, Башҡортостанда беренсел медицинаны үҫтереүгә иғтибар көсәйтелде. Быйыл ғына республикала 28 фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлдө. Йөҙҙән ашыу кардиология бүлмәләре барлыҡҡа килде. Дауаханаларға 660 медицина хеҙмәткәре йәлеп ителде. Онкологияны киҫкенләшмәҫ борон асыҡлаусыларға биш мең һум күләмендә премия бирелә башланы. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге башҡа бик күп эштәр һөҙөмтәһе булып йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары һәм яман шештән үлеүселәр һанын кәметеүгә өлгәштек. Һәм быны оло еңеү тиергә лә мөмкин.

Киләсәктә ҡотҡарылған ғүмерҙәр һаны тағы ла артасаҡ ҡына. Башҡортостанда күптән юҡҡа сыҡҡан санитар авиация тергеҙелә башланы. Ҡанатлы медицина өсөн баш ҡалала алты һәм республика төбәктәрендә һигеҙ вертолет ултырыу майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Уларҙың береһе сафҡа инде лә инде. Вертолет менән тәүге пациент та килтерелде. Медицинаның Һауа юлындағы тәүге аҙымдары тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Осоу аппараты ергә ғәҙәттәгенән күпкә еңелерәк ултыра. Сөнки салонда медицина ярҙамына мохтаж пассажир. Илфир Ҡорманаевты табиптар Үрге Ҡыйғынан барып ала. Киҫкен хирургия паталогияһы булған иргә ашығыс ярҙам талап ителә. Әммә үҙ яйына дауаханаға килерлек хәле булмай. Пациентҡа ҡанатлы медицина ярҙамы оҙатыла.

Шулай ҙа вертолетты һәр пациентҡа ла йөрөтөү мөмкин түгел. Авиация киҫкен хәлдә генә файҙаланыласаҡ. Башлыса пациентты түгел, ә һирәк һөнәрле һаналған табипты урынға алып барыу өсөн.

Пациенттың ғүмере ҡыл өҫтөндә торғанда, санитар авиацияһын ҡулланыу хәл иткес роль уйнай. Робинсон-44 вертолеты пилоттан тыш үҙ бортына пациентты һәм табипты ала. Һауа транспорты автомобиль менән 6 cәғәттә үтәһе юлды 3 cәғәткә тиҙләтеү мөмкинлеге бирә.

Илшат Ғилемйәнов, Миәкә үҙәк район дауаханаһы баш табибы: “Был автобустар беҙгә бик кәрәкле. Улар ярҙамында беҙ фаптар булмаған ауылдарҙа беҙ медицина ярҙамы менән тәьмин итеү проблемахын хәл итәсәкбеҙ”.

Илнур Юнысов, Белорет үҙәк район дауаханаһының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу буйынса баш белгесе: “Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, Паз автомобиле эсендәге был модуль беренсе ярҙам күрһәтеү аптечкаһынан алып фельдшер-акушер сумкалары менән дә йыһазландырылған. Күсмә ФАП халыҡты махсус төҙөлгән график буйынса хеҙмәтләндерәсәк”.

Камил Яппаровң, Шишмә үҙәк район дауаханаһы баш табибы: “Бында 12врач, 20 шәфҡәт туташы эшләне. Иң беренсе маҡсат-яман шеште һәм йөрәк ауырыуҙарын диагностикалау. Улар асыҡланһа, беҙ пациенттарҙы үҙәккә ебәрәбеҙ. Бөгөн 600 -гә яҡын кеше ҡабул иттек”.

Хәҙерге заман медицинаһының төп бурысы – халыҡтың ғүмерен оҙайтыу. Юл селтәрҙәре, һыу һәм һауа суднолары бәйләнеше аша заманса медицина хеҙмәтләндереүе халыҡҡа яҡыная.

Киләһе йылдан санитар авиацияға Рәсәйҙә етештерелгән «Ансат» вертолеттары ҡайтарыласаҡ. Осош барышында уҡ табиптарға үпкәләрҙе яһалма елләтеү, УЗИ аппататында тикшереү үткәреү мөмкинлеге буласаҡ.

Дмитрий Торопов, «Русавиа» авиакомпанияһы генераль директоры: “Йыл башынан беренсе «Ансат» вертолеты һатып алынасаҡ. Ә икенсе ярты йыллыҡтан тағы ла берәүһе ҡайтарыласаҡ. 2020 йылдың июленән беҙ яңы модулле һауа судноһында дежурлыҡ ойоштороп, осоштар башҡарасаҡбыҙ”.

Яңы модулле техника өсөн һауаға күтәрелеү – ултырыу майҙандары Октябрьский, Нефтекама, Сибай, Аҡъяр, Баймаҡ,Белоретта төҙөләсәк. Өфөлә иһә тағы ла бер яңы майҙансыҡ булдырылыр тип көтөлә. Юл селтәрҙәре, һыу һәм һауа суднолары ярҙамы менән заманса медицина хеҙмәтләндереүе халыҡҡа яҡыная.

Автор: Гүзәл Борханова.

Быйыл республикала 28 фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлдө

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров