Быйыл Башҡортостанда 3 млн 458 мең тонна иген урылған

Быйыл Башҡортостанда 3 млн 458 мең тонна иген урылған https://bash.news/news/113339_byjyl_bashortostanda_3_mln_458_me_tonna_igen_urylan/?lang=bash
31 дек 2019, 18:02

Быйыл уңыш муллығы буйынса, күп кенә райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл индерелеүгә ҡарамаҫтан, рекорд ҡуйылды. Былтырғы менән сағыштырғанда, 4 процентҡа күберәк йыйып ырҙын табаҡтарына 3 миллион 3 йөҙ мең тонна ашлыҡ һалдыҡ. Әйткәндәй, хатта сит илдәргә лә оҙаттыҡ. Республика һыу юлы буйлап тәүге баржа иген экспортлауға өлгәште. Хәҙер Башҡортостан икмәген ғәрәп илдәрендә лә ашаясаҡтар.

Шул уҡ ваҡытта сит илдәрҙең дә беҙҙең уңдырышлы ергә иғтибар көсәйә. Федоровка районында Италияның «Кремонини» компанияһы мал һимертеү комплекстары, Бәләбәйҙә француз компанияһы йомшаҡ сырҙар етештереү комбинаты төҙөй башланы. Һөттө еткереп кенә тор хәҙер.

Республика Рәсәйҙең һөтлө баш ҡалаһы титулын юҡҡа ғына йөрөтмәй. 11 ай эсендә беҙ 1 миллион 524 мең тонна һөт һауғанбыҙ. Киләсәктә һөт етештереү күләме тағы артасаҡ тип көтөлә. Сөнки кешеләргә ярҙамға роботтар килә. Йәғни, баҫыуҙарҙы дрондар күҙәтәсәк, малдарҙы ла роботтар тәрбиәләй, һыйыр-быҙауҙарҙы кеҫә телефонынан ғына күҙәтеп, ашарына ла бер төймәгә генә баҫып биреп ултырасаҡбыҙ. Өҫтәүенә, ашаған иттең дә ҡайҙа һимертелгәнен белеп буласаҡ. Ауыл хужалығындағы ноу-хау тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов һөйләй.

Ял да итмәй, сирләмәй ҙә, хатта хеҙмәт хаҡы ла һорамай. Заманса роботтар ауыл хужалығындағы эшсе ҡулдарҙы ҡыҫырыҡлай. Улар хәҙер һыйыр һауа, ашарға һала һәм аҫтарын да таҙарта. Эш ҡушыу өсөн кеҫә телефонындағы бер төймәгә баҫыу етә. Алдан билдәләнгән маршрут буйынса машина хужалыҡтағы иң ауыр эште бер ҡыйынлыҡһыҙ башҡара.

Әбйәлил районы «Красная Башкирия» хужалығы республикала тәүге булып роботлаштырылған һөт-тауар фермаһын сафҡа индерҙе. Күләмле проектты ғәмәлгә ашырыр алдынан хужалыҡ етәкселеге Көнбайыш Европалағы ошондай фермаларҙың тәжрибәһен өйрәнгән. Ҡайһы бер илдәрҙә роботлаштырылған комплекстар ғәҙәти күренешкә әйләнһә лә, Рәсәйҙә улар әлегә күп түгел. Заманса хужалыҡтарҙы барлап сыҡҡандан һуң Әбйәлилдәр «Лейли» компанияһына өҫтөнлөк биргән. Сөнки недерландтар етештергән роботтар хаҡы буйынса ла, сифат йәһәтенән дә иң ҡулайы тип баһаланған.

Яңы төҙөлгән роботлаштырылған һөт-тауар фермаһы республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекты исемлегенә индерелгән. Уның дөйөм хаҡы 420 миллион һумдан ашып китә. Даниянан тоҡомло малдар һәм ҡорамалдар һатып алыуға республиканан субсидия бүленгән. Әлеге ваҡытта тент менән ябылған ҙур майҙанлы комплекс бөйрәкәйҙәрҙе ҡабул итергә әҙер. Яҡын көндәрҙә 400 баш һыйыр тулыһынса роботтар хеҙмәтләндереүенә күсә. Малдар һанын ике тапҡыр арттырыу күҙаллана.

Бөгөн балалар өсөн тәғәйенләнгән юғары сифатлы һөткә ихтыяж ҙур. Шуға ла хужалыҡ йылына һәр һыйырҙан ете мең тоннанан ашыу продукция етештереп, йәш быуындың сәләмәт киләсәген хәстәрләргә ниәтләй. Әйткәндәй, республиканың һөтлө ил булыуы француздарҙа ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Улар ҙа быйыл Бәләбәйҙә йомшаҡ сортлы сырҙар бешереү заводы төҙөй башланы. Туғыҙ мең тонна продукция етештерәсәк предприятиеяэға һалынасаҡ инвестиция күләме 2 миллиард һум менән баһалана.

2024 йылға тиклем Башҡортостанда сифатлы һөт етештереүҙе 66 процентҡа арттырыу ҡарала. Бынан тыш, республика башлығының «сентябрь указы»нда ла тере ауырлыҡта мал һәм ҡош етештереүҙе 500 мең тоннаға еткереү маҡсат итеп ҡуйылған. Әлбиттә, киләсәккә пландар күп, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн байтаҡ инвестициялар талап ителә. Был йәһәттән төбәктең ауыл хужалығы тармағы инвесторҙарҙа һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Йылдың ниндәй генә миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, малсылыҡ тармағында бер минутҡа ла эш тынмай. Әбйәлил районындағы комплекста ла яҡын көндәрҙә ҡыҙыу осор башлана. Тәүлек әйләнәһенә эшләүсе роботтарҙың мейеһе хеҙмәткәрҙәрҙе физик эштәрҙән арындырып, һауым күләмен арттырыуға ҡоролған. Сығымдар 3-5 йылда тулыһыса үҙен аҡлар тип көтөлә. Ҡуйылған бурыстарға өлгәшеү өсөн аҡыллы технологияларға оҙайлы Яңы йыл каникулдары, насар һауа торошо йәки йоҡлап ҡалыу ҡурҡынысы һис кенә лә янамай.

Автор: И.Байбулатов.

Быйыл Башҡортостанда 3 млн 458 мең тонна иген урылған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров