Урындағы тәҡдимдәрҙе яҡлау программаһы йорт һәм ихата алдарын төҙөкләндерә

Урындағы тәҡдимдәрҙе яҡлау программаһы йорт һәм ихата алдарын төҙөкләндерә https://bash.news/news/113448_urynday_tdimdre_yalau_programmay_jort_m_ixata_aldaryn_tklnder/?lang=bash

Проектта Өфөнөң Комсомол урамы 35-се йорт адресы буйынса йәшәүселәр ҙә ҡатнашырға теләк белдергән.

Йортта йәшәүселәр ҡатнашлығында йыйылышта балалар майҙансығын яңыртыу тәҡдиме халыҡ тарафынан яҡлау таба. Комсомол урамы 35-се йортта йәшәүселәр үҙҙәре йәшәгән ихата эсендә балалар майҙансығы төҙөү өсөн бер төптән сығыш яһай.

Ольга Сидонова, Комсомол урамы, 35-се йорт старостаһы: “Быға тиклем беҙҙең граждандар иҫәбенә 21 400 һумға бәүелсәк ҡуйылды. Беҙ урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып, балалар майҙансығын булдырғыбыҙ килә”.

Эльвира Ғәзизова, Комсомол урамы, 35-се йортта йәшәүсе: “Беҙҙең йорт алдында балалар өсөн уйын майҙансығы юҡ, балаларҙы күрше ихаталарға уйнарға йөрөтәбеҙ. Ләкин унда беҙҙе ҡушҡуллап көтөп тормайҙар. Тиҙ генә кире ҡайтып китәбеҙ, йыш ҡына мәктәп алдында йөрөйбеҙ”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Урындағы тәҡдимдәрҙе яҡлау программаһы йорт һәм ихата алдарын төҙөкләндерә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров