Өфө ҡалаһы ветеринар станцияһында ашығыс ярҙам хеҙмәте эш башланы

Өфө ҡалаһы ветеринар станцияһында ашығыс ярҙам хеҙмәте эш башланы https://bash.news/news/113450_f_alay_veterinar_stanciyaynda_ashyys_yaram_xemte_esh_bashlany/?lang=bash
04 ғин 2020, 20:35

Яңы йылдан ветеринарҙар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Быға тиклем хеҙмәтте алдан яҙылыу буйынса көндөҙ генә ярҙамға саҡырырға мөмкин ине. Бының өсөн махсус автомобиль һәм кәрәкле йыһаздар бар.

Тәҙрәнән осоп төшкән, йәрәхәтләнгән, автомобиль аҫтына эләккән һәм башҡа көтөлмәгән бәләгә тарыған йорт хайуандарына ветеринарҙар ярҙам урында күрһәтеләсәк.

8 (347) 216-55-33

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфө ҡалаһы ветеринар станцияһында ашығыс ярҙам хеҙмәте эш башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров