Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 24 йәшлек ир батут үҙәгендә тән йәрәхәттәре алып аңын юғалта

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 24 йәшлек ир батут үҙәгендә тән йәрәхәттәре алып аңын юғалта https://bash.news/news/113520_strletama_alaynan_24_jshlek_ir_batut_gend_tn_jrxttre_alyp_ayn_yualta/?lang=bash
07 ғин 2020, 22:15

Дауаханала бер нисә көн комала булғандан һуң уның ғүмере өҙөлә. Был аяныслы хәл үткән йылдың декабрендә теркәлә. Ғаилә башлығы ике йәшлек улы менән урындағы ял итеү үҙәктәренең береһенә килә. Әммә ял уның өсөн фажиғәле тамамлана. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Рөстәмдең туғандары ауыр юғатлыуҙан ни эшләргә лә белмәй. Ул махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә, әрменән һуң өйләнә. Йәшәргә лә йәшәргә ине.. Әммә Яңы йыл алдынан батут үҙәгендә булған ял хәйерһеҙ тамамлана. Рөстәм батутта һикергәндә ҡолай, умыртҡа бағанаһы имгәнә һәм ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатыла.

Илшат Рәхимов, Рөстәмдең атаһы: “Умыртҡа бағанаһының бишенсе һөйәгендә күп һанлы һыныуҙар, табиптар шундай диагноз ҡуйҙы, мин улымды үҙем судмедэкспертизанан алып ҡайттым”.

Анатолий Виноградов, Рөстәмдең ҡайныһы: “Бер ваҡытта ла баш ауырытыуына зарланманы, сәләмәтлеге яҡшы ине”.

Туғандары белдереүенсә ,24 йәшлек Рөстәм, һаулығына бер ваҡытта ла зарланмаған. Типһә тимер өҙөрлөк сағында, ғаиләһенә матди яҡтан ярҙам итәм тип, вахта менән Выборгта эшләгән. Өс айҙан һуң, Яңы йыл ҡаршыларға ғаиләһенә ҡайтҡан. Әммә уға яҡындары менән тыуаһы йылды ҡаршылау насип булмай, батут үҙәгендә ауыр тән йәрәхәте ала.

Илшат Рәхимов, Рөстәмдең атаһы: “Батут бик ауыр спорт төрө. Шуның өсөн балаларҙы бик ҡарап ҡына ебәрергә йәки бөтөнләй ебәрмәҫкә кәрәк, сөнки унда әҙерлекле кешеләр генә шөғөлләнергә тейеш”.

Ысынлап та, Рәсәй спорт министрлығы реестрыныда был шөғөл батут спорты булараҡ теркәлгән. Дәүләт стандарттары буйынса унда медицина белешмәһе булған спорт мәктәбе уҡыусылары тренер оҙатыуында ғына шөғөллөнеү хоҡуғына эйә. Батуттарҙы ҡулланылыу тәртибенә Башҡортостан йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы аңлатмаһы.

Алексей Новиков, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары: “Спорт батуты спортсыларҙы әҙерләй торған махсус спорт мәктәптәрендә генә ҡулланыла. Унда әҙерлеге булмаған балалар урамдан индерелмәй. Был бинаның хужаһы Рәсәй батут спорты талаптарын инҡар иткән”.

Батут уйын үҙәге бала-сағаның шат тауыштарынан гөрләп тора. Күптәр ата-әсәләре һәм туғандары оҙатуында ял итә. Әммә күпселек халыҡ ошо батуттарҙа булған фажиғәле хәл тураһында бер ни белмәй булып сыҡты.

Күңел асыу һәм ял итеү үҙәгендә был ваҡиға тураһында беҙҙең менән һөйләшеүҙән баш тарттырлар.

Осраҡ буйынса тәфтиш комитеты Рөстәмдең үлеме факттарын асыҡлау маҡсатында тикшереү башлаған.

Евгений Каневский, Рәсәй тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: “Әлеге ваҡытта ваҡиға урыны тикшерелгән, ирҙең үлеменә килтергән сәбәптәрҙе иҫбатлау өсөн суд-медицина экспертизаһы билдләләнгән. Шаһиттарҙан һорау алына, ваҡиғаға килтергән шарттар һәм сәбәптәр асыҡлана. Тикшереү һөҙөмтәләренән сығып, тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк”.

Ҡыҙғанысҡа күрә, батутта үҙ көсөнә ышанған оҫта һөнәрмәндәр ҙә трюктар башҡарғанда хаталанып, ҡазаланған осраҡтар бар. Үткән йылдың сентябрендә күнекмәләр барышында танылған сәхнә оҫтаһының йәрәхәтләнеүе тураһында хәбәр иткәйнек, бәхеткә ул аяғына баҫты. Әммә һуңғы осраҡта Рөстәмдең ғүмере өҙөлдө. Ҡатыны һәм улы таянысһыҙ һәм яҡлаусыһыҙ ҡалды.

Автор: Гүзәл Борханова.

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 24 йәшлек ир батут үҙәгендә тән йәрәхәттәре алып аңын юғалта

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров